Проповеди на башкирском языке + видео обзор

Проповеди на башкирском языке

Проповеди на башкирском языке

Проповеди на башкирском языке Башҡортса вәғәздәр запись закреплена

مَا مِنْ يَوْمٍ يُصْبِحُ الْعِبَادُ فِيهِ إِلاَّ مَلَكَانِ يَنْزِلاَنِ، فَيَقُولُ أَحَدُهُمَا:

“Һәр иртә менән, кешеләр йоҡонан торғанда, күктән ике фәрештә иңеп, уларҙың береһе: «Йә, Аллаһ! Биреүсегә арттырып бир!», ә икенсеһе: «Йә, Аллаһ! Һаранды бөлгөнлөккә төшөр!» – тип ялбарыр».

Үҙ диненең өгөт-нәсихәттәрен тотоусы мосолман киң күңелле һәм йомарт була. Ул гел йомартлыҡ менән эш итә, сөнки ул үҙ малынан Аллаһ юлына өлөш сығарғанда, уның ике донъяла ла ҙур файҙа килтерәсәген белә.

«Саҙаҡа биреү малды кәметмәй». Аллаһ ризалығы өсөн тотонолған сығымдар мосолмандарҙың ижтимәғи тормошона ҙур файҙа килтерә, донъя тормошонда матди яҡ та ҙур әһәмиәткә эйә бит.

Бер ваҡыт Пәйғәмбәребеҙ(с.ғ.с.) кешеләрҙән былай тип һорай: «Һеҙҙең ҡайһығыҙ вариҫының байлығын үҙ байлығына ҡарағанда нығыраҡ ярата?» Кешеләр: «Беҙҙең арала үҙенең байлығын күберәк яратмаған кеше юҡтыр», – тип яуап бирәләр. Шунда ул: «Һәр кемдең байлығы булып уның башҡаларға биргәне һанала, ә үҙендә ҡалғаны вариҫыныҡы була», – ти.

Йомартлыҡ мосолмандың иң яҡшы сифаттарынан береһе булып һанала. Тап бына шуға күрә бер сәхәбәнең: «Исламда иң яҡшы сифат ниндәй?» – тигән һорауына Пәйғәмбәребеҙ: «Кешеләрҙе һыйла һәм таныштарыңа ла, таныш түгелдәргә лә сәләм бир»,– тип яуап биргән.

إِنَّكَ إِنْ تَرَكْتَ وَلَدَكَ أَغْنِيَاءَ خَيْرٌ مِنْ أَنْ تَتْرُكَهُمْ عَالَةً يَتَكَفَّفُونِ النَّاسَ، وَ إِنَّكَ لَنْ تُنْفِقَ إِلاَّ أُجِرْتَ عَلَيْهَا، حَتَّى اللُّقْمَةَ تَرْفَعُهَا إِلَى في امْرَأَتِكَ

«Һинең өсөн балаларыңды байлыҡта ҡалдырыу уларҙы кешенән һоранып йөрөүгә ҡарағанда яҡшыраҡ булыр; ни генә сарыф итһәң дә, хатта ҡатыныңа ҡаптырған бер генә киҫәк ризыҡ өсөн дә һиңә әжер-сауап биреләсәк».

Мосолман, йомартлыҡ ҡылам тип, вариҫтарына бер нәмә лә ҡалдырмайынса, бөтөн байлығын сарыф итеп бөтөрөргә тейеш түгел. Мал-мөлкәтте яҡшы эштәргә тотоу ысындан да күркәм эш, әммә

балаларын башҡаларҙан һәм ялбарыу-һораныуҙан һаҡлау өсөн ҡылған ғәмәлдәре бигерәк тә әһәмиәткә эйә.

Ысынлап та, мосолманға йомартлыҡ хас, ул төрлө яуыз ниәттәр, шәхси мәнфәғәттәр һәм башҡа шикле нәмәләрҙән йыраҡ тора. Күңелдәрендә иман нуры ҡабынып, дөрөҫ юлда үҙ малдарын фиҙа ҡылған йомарт һәм оло рухлы кешеләр Аллаһ ҡаршыһында юғары дәрәжәләргә эйә була.

Әгәр миллиондарға һәм миллиардтарға эйә булған бөгөнгө байҙар тейешле зәкәтте генә түләһәләр ҙә, йәмғиәттә ярлылыҡтың эҙе лә ҡалмаҫ ине. Әгәр улар йомартланып китеп нәфел саҙаҡалар ҙа бирһәләр, ниндәй үҫеш булаһын һөйләйһе лә юҡ. Әммә зәкәттең ябай вазифа ғына булмайынса, Исламдың төп терәктәренән береһе икәнлеген яҡшы белһәләр ҙә, ул байҙарҙың әлегә ҡулдары зәкәт бирергә тип һуҙылмай шул. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) үҙенең сәхәбәләрен гел йомартлыҡҡа өйрәткән һәм улар, муллыҡта йәшәп, Аллаһы Тәғәләне иҫтән сығармаһындар өсөн, күңелдәрендәге мал-мөлкәт йыйыу хисен бөтөрөргә тырышҡан.

«Ярты ғына хөрмәне булһа ла саҙаҡа итеп биреп, үҙегеҙҙе уттан һаҡлағыҙ».

Һәр изгелек саҙаҡаға тиң булғанлыҡтан, Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм, кешеләрҙе гел изгелек ҡылырға, үҙе йәшәгән йәмғиәткә һәр төрлө файҙа килтерергә саҡыра, үҙенең өгөт-нәсихәттәрендә мосолман кешеһенә көсөнән килгәнсә изгелек ҡылырға ҡуша.

مَنْ تَصَدَّقَ بِعَدْلِ تَمْرَةٍ مِنْ طَيِّبٍ، وَ لاَ يَقْبَلُ اللهُ إِلاَّ الطَّيِّبَ، فَإِنَّ اللهَ يَقْبَلُهَا بِيَمِينِهِ، ثُمَّ لِصَاحِبِهَا كَمَا يُرَبِّي أَحَدُكُمْ فُلُوَّهُ، حَتَّى تَكُونُ مِثْلَ الْجَبَلِ

«Берәү хәләл юл менән табылған бер генә хөрмә хаҡы торған саҙаҡа бирһә лә, Аллаһ уны Үҙенең уң ҡулы менән алыр. Унан һуң уны, һеҙ тай үҫтергән кеүек, саҙаҡа биреүсе өсөн тау бейеклегенә еткәнсе үҫтерә башлар».

Ысын мосолман, үҙенең фәҡирлегенә һәм биргән саҙаҡаһының әҙлегенә ҡарамайынса, йомартлыҡ күрһәтә, сөнки Исламда кешенең үҙенән фәҡирерәктәрҙең хәленә керә алыуы һәм башҡаларҙың ҡайғыһын аңлай алыуы мөһим. Шуға күрә Рәсүлебеҙ, ғаләйһис-сәләм, үҙенең был хәҙисе менән фәҡирҙәрҙе лә көстәренән килгәнсә, әҙ генә булһа ла, үҙҙәренең малдарын сарыф итергә саҡыра.

«Эй, әҙәм балаһы! Әгәр һин артығын тотһаң, ул һинең өсөн яҡшы булыр. Әгәр үҙеңә ҡалдырһаң, үҙеңә насар булыр. Тормошоңдағы кәрәктәргә тотҡаның өсөн шелтәгә дусар булмаҫһың, үҙ ҡарамағыңдағы кешеләрҙән башла, һәм иҫеңдә тот: өҫкө ҡул түбән ҡулдан яҡшыраҡтыр».

Ислам дине кешеләрҙе хәлдәренән килмәй торған эштәргә мәжбүр итмәй, бәлки мөлкәтенән артҡанды ғына изгелекле эштәргә тотоуҙы талап итә, ә ысын мосолман яҡшы ғәмәлдәргә һаранланмай.

Бер ваҡыт, Мөхәммәт (с.ғ.с.) янына бер кеше килеп: «Әй, Аллаһ Илсеһе! Ниндәй саҙаҡаға иң ҙур сауап бирелә?» – тип һорай. Ул яуап бирә: «Сәләмәт һәм һаран, фәҡирлектән ҡурҡҡан һәм байлыҡҡа ынтылған ваҡытта биргәнгә. Йәнең боғаҙыңа етеп, һин: «Фәләнгә шул тиклем, фәләнгә шул тиклем», – тигәнсе ҡалдырма, сөнки ул ваҡытта улар ысынлап та фәләндеке буласаҡ».

«Кешенән бер-ике һыныҡ ризыҡ йәки хөрмә һоранып йөрөгән кеше фәҡир түгел; ләкин ризығы булмайынса, башҡалар шул турала белмәгән һәм шуға күрә лә уға хәйер бирелмәгән, ә ул үҙе кешеләрҙән теләнеп йөрөмәгән кеше фәҡир була».

«Тол ҡатын һәм меҫкендәр тураһында ҡайғыртыусы кеше Аллаһ юлында көрәшеүсегә тиң».

Изгелек ҡылыусы, йомарт мосолман, Аллаһының рәхмәтенә ирешергә теләп, тол ҡалған ҡатындарға һәм фәҡирҙәргә булыша, сөнки ул бының өсөн ураҙа тотоусылар, төндәрен ғибәҙәттә үткәреүселәр йәки Аллаһ юлында көрәшеүселәрҙең сауабынан дә артығыраҡ әжергә эйә буласағын белә.

Тол ҡатындар, хәйерселәр тураһында ҡайғыртыусы һәм йәтимдәрҙе тәрбиәләүсе кеше ҙур сауапҡа ғына эйә булып ҡалмай, бәлки, ҡыҙғаныу хисен тойоу, изгелек ҡылыуҙан үҙен бәхетле итеп һиҙеүгә ирешеп, уның йәне таҙара, күңеле йомшара.

«Әгәр малың булһа, һиндә уның әҫәре күренһен!»

Аллаһы Тәғәлә биргән ниғмәтте күрһәтеү өсөн булғанда, ҡиммәтле кейемдәр кейеү шәриғәттә тыйылған нәмә түгел. Мәгәр тәкәбберлек, кешеләрҙән өҫтөн булыу теләге менән булһа, был ваҡытта ҡиммәтле кейем кейеү ҙә, арзан кейем кейеү бер хөкөмдәлер. Был турала һөйләп тороуҙың мәғәнәһе юҡ, иғтибар ниәттәлер. Һәр кем үҙенең ниәтен үҙе белергә тейеш.

«Йомарт кешеләрҙең хаталарына күҙ йомоғоҙ, сөнки йомарт кешенең аяғы тайһа ла, Аллаһы Тәғәлә уға йығылырға ирек бирмәҫ, Аллаһы Тәғәлә ул бәндәгә һәр ваҡыт ярҙамсы була».

«Аллаһы Тәғәлә йомарт. Ул йомартлыҡты һәм күркәм холоҡтарҙы һөйә, насар холоҡтарҙы яратмай».

«Мөьмин кеше алданыусан, йомарт күңелле була, әммә боҙоҡ кеше һаран һәм хәйләкәр була».

Мөьмин кеше, үҙе саф күңелле булғаны өсөн, башҡаларҙы ла шулай тип уйлай, һәм шуның менән ул алдаҡсы, хәйләкәр кешеләрҙең тоҙағына килеп ҡаба. Ләкин ул ни ҡәҙәр генә алданһа ла, уның эштәренең аҙағы хәйерле була, ә хәйләкәрҙәр ахыр сиктә үҙҙәренең тоҙаҡтарына үҙҙәре килеп ҡаба.

Источник

ВАҠЫТ!

Проповеди на башкирском языке

Проповеди на башкирском языке

Проповеди на башкирском языке

Ислам – ул үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыусы, йәмғиәттәге һәр кемдең үҙ хоҡуҡтарын һәм үҙ бурыстарын билдәләүсе, килеп тыуған һәр сетерекле хәлдән сығыу юлын күрһәтеүсе, һәр ваҡыт хәрәкәттә булырға, белем алырға,
Показать полностью. рухи һәм физик яҡтан камиллашырға саҡырыусы, ҙур-ҙур халыҡ массаларын бергә туплай алырлыҡ һәм барыбыҙҙы ла бер йүнәлештә алып бара алғандай көслө һәм камил тәғлимәт, быуаттар тарафынан тикшереү үткән рухи һәм донъяуи ҡиммәттәр тупланмаһы.

Ислам – ул Аллаһ алдында яуап тоторға әҙерләнеп йәшәү, Аллаһы Тәғәлә беҙҙән ҡәнәғәт булһын тип тырышыу, был донъяла ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк өсөн көрәш. Ислам намыҫын һаҡлаған халыҡтарҙы Аллаһ Үҙе һаҡлар, дине өсөн көс түккәндәргә тағы ла күберәк көс бирер, ә иманлылар был донъяла ла, теге донъяла ла Аллаһтың рәхимлелеген, мәрхәмәтлелеген күреп йәшәр, ин шәә Аллаһ.

Исламды иң ябай халыҡ та аңларлыҡ, юғары белемле белгестәр ҙә ҡабул итерлек итеп, уны бар тулылығында, бар дөрөҫлөгөндә күрһәтеү – шул беҙҙең ниәт.

— Почта бүлексәләрендә квитанция тултырып;

— БАШҠОРТ телендә сығыусы «ВАҠЫТ! Урал» гәзитенә интернет аша яҙылыу:
https://podpiska.pochta.ru/press/%D0%9F%D0%A0588

— ТАТАР телендә сығыусы «Безнең ВАКЫТ!» гәзитенә интернет аша яҙылыу:
https://podpiska.pochta.ru/press/%D0%9F%D0%A0580

ВАҠЫТ! запись закреплена

ИҢ ҠЫҪҠА НАМАҘҒА ӨЙРӘНӘБЕҘ

ТӘҺӘРӘТ намаҙ өсөн асҡыс булһа, намаҙ диндең терәге булып тора. Намаҙға баҫырға этәргес һәм ярҙамсы булһын тигән ниәттә ошо «Иң ҡыҫҡа намаҙ тәртибе»н әҙерләнек. Ғөсөл, тәһәрәт һәм намаҙ хаҡында ентекләберәк белергә теләгәндәр өсөн иң аҫта «Намаҙ китабы»н да беркеттек. Файҙаһы тейер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Проповеди на башкирском языке

Проповеди на башкирском языке

ВАҠЫТ! запись закреплена

КЕШЕЛӘР НИМӘ АРҠАҺЫНДА ТӘКӘББЕРЛӘНӘ?

Тәкәбберлеккә килтергән нәмәләр бихисап. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап үтәйек.
Показать полностью.

«Мәмерйә» сүрәһендә ике баҡсаһы булған кеше хаҡында ғибрәтле ҡисса бәйән ителә. Был кеше байлыҡ арҡаһында үҙен әллә кем итеп тота башлай. Шул арҡала Аллаһтың язаһына дусар була, үҙенең мул уңыш биреп торған баҡсаларынан ҡолаҡ ҡаға.

Үҙенең байлығы арҡаһында тәкәбберләнгән Ҡарундың да тарихы билдәле. Хатта «ҡарунлыҡ» һүҙе беҙҙең телдә ҡомһоҙлоҡтоң мәғәнәләш һүҙенә әйләнгән. Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, Ҡарунды бөтә йорто, хеҙмәтселәре менән бергә ер йота.

Аллаһ Тәғәлә шулай ти: «Инсанға берәй зарар ҡағылһа, ул Беҙгә ялбара. Үҙебеҙҙән ниғмәт бирһәк, ул: “Дөрөҫлөктә, был миңә ғилем арҡаһында бирелде”, ‒ ти. Юҡ! Был ‒ һынау, ләкин уларҙың күбеһе быны белмәй» («Халыҡ төркөмдәре» сүрәһе, 39:49).

Ғилем эҫтәүселәрҙең ҡайһы берәүҙәре бик тиҙ тәкәбберләнеп китә. Бүтәндәрҙе наҙанға һанау, уларға өҫтән генә ҡарау ‒ шуның сағылышы.
Ғилем арҡаһында тәкәбберләнеүҙең ике сәбәбе бар.

Беренсеһе ‒ ғилем алыуҙың асылын, маҡсаттарын аңлап етмәү. Хаҡ ғилем ‒ кешегә Аллаһты ла, үҙ-үҙен дә танырға булышлыҡ иткән ғилем. Хаҡ ғилемгә эйә кеше үҙен тыйнаҡ тота. Уға тәкәбберлек хас түгел. «Аллаһтың бәндәләре араһынан ғалимдар ғына Унан ҡурҡа», ‒ тиелә Ҡөрьәндә («Бар ҡылыусы» сүрәһе, 35:28).

Икенсе сәбәп шунан ғибәрәт: тәбиғәте менән әшәке булған ҡайһы бер кешеләр ғилемде исем өсөн генә ала ла, берәй нәмә ятлап өлгөрмәй, белемлелеге менән маҡтанырға тотона.

3. Изге ғәмәлдәр һәм ғибәҙәт.

Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең намаҙҙары, ураҙалары, саҙаҡалары һәм ғибәҙәттең башҡа төрҙәре арҡаһында тәкәбберләнә башлай. Бүтәндәр уларҙы бының өсөн ололарға, уларҙы маҡтап телгә алып торорға тейеш һымаҡ. Изге ғәмәлдәре арҡаһында тәкәбберләнгән кеше Йәннәттә урын алып ҡуйғандай ҡылана, бүтәндәрҙе иһә ахирәт бәхетенән төңөлдөрә.
Әбү Һурайра (Аллаһ унан риза булһын) Аллаһ рәсүленең ﷺ: «“Кешеләр һәләк булды!” тигән кеше ‒ һәләкәткә иң ныҡ дусар кеше», ‒ тигән хәҙисен риүәйәт итә (Мөслим).

Ғалимдар аңлатыуынса, бында тәкәббер кеше хаҡында һүҙ бара. Үҙендәге һәм кешеләрҙәге етешһеҙлектәр өсөн ҡайғырып, «Кешеләр һәләк булды!» тигән кешегә иһә был хәҙистә әйтелгән шелтә ҡағылмай, тип аңлата ғилем эйәләре.

Абдулла ибн әл-Мөбәрәк тигән ғалим (Аллаһ уға рәхимле булһын) Хорасан ҡалаһына һуғылған сағында заһитлығы менән дан алған бер кешегә инеп сығырға булған. Ләкин тегеһе ҡаршыһында ғалим тора тип уйламаған, уны һөйләшеп тә тормай бороп сығарған. Янындағы бер кеше: «Уның кем икәнен белмәйһеңме ни?» ‒ тип һорағас, был заһит бәндә: «Юҡ», ‒ тигән. «Был бит хәҙистәр фәнендә мөьминдәр әмире булған Абдулла ибн әл-Мөбәрәк!» тигән хәбәрҙе ишеткәс, йәһәт кенә тышҡа сыҡҡан да, ғалимды ҡыуып етеп, ғәфү үтенергә, аҡланырға тотонған. «Эй Әбү Ғабдрахман! Мине ғәфү ит, миңә берәй нәсихәт бир!» ‒ тип өтәләнгән ул ғалим алдында. Ибн әл-Мөбәрәк: «Өйөңдән ҡасан ғына сыҡһаң да, ҡарашың кемгә генә төшһә лә, үҙеңдән башҡаны яҡшыраҡ тип бел!» ‒ тигән.

4. Кешенең сығышы, нәҫел-нәсәбе.

Берәй затлы нәҫелдән сыҡҡан кешенең дә тәкәбберләнә, бүтәндәрҙе түбәнерәк күрә башлауы ихтимал. Аллаһ рәсүле ﷺ ғәрәп булмаған Билал ибн Рабаһтың әсәһенә тел тейҙергәне өсөн Әбү Зәрҙе (Аллаһ уларҙан риза булһын) шелтәләп, уға: «Һин әле яһиллыҡтан арынып бөтмәгәнһең», ‒ тигән. Тимәк, үҙ нәҫелең арҡаһында маһайыу ‒ яһилдарға хас сифат.

«Аллаһ ҡаршыһында иң хөрмәтлегеҙ ‒ иң тәҡүәлегеҙ», ‒ ти Аллаһ Ҡөрьәндә («Бүлмәләр» сүрәһе, 49:13). Ахирәт бәхетенә ирешеү өсөн кешенең ниндәй нәҫелгә ҡарауы мөһим түгел. Аллаһ кешене уның тәҡүәлелегенә ҡарап баһалай.

ВАҠЫТ! запись закреплена

Үҙебеҙҙе мосолман тип һанайбыҙ икән, «Тормошомда Ҡөрьәнгә ниндәй әһәмиәт бирелә?» тигән һорауға яуап бирергә тейешбеҙ. Был Китапҡа Аллаһ тарафынан бирелгән иң ҡиммәтле хазина, Раббыбыҙҙың беҙгә иң оло бүләге тип ҡарайбыҙмы? Һәр бер аятын йөрәгебеҙ аша үткәреп, уның өҫтөндә фекер йөрөтәбеҙме, намаҙҙарыбыҙҙа ҡабатлайбыҙмы, ғәмәл ҡылған сағыбыҙҙа ҡулланабыҙмы?
Показать полностью. Ҡөрьән күркәм сифаттарыбыҙҙы һәм алама ғәҙәттәребеҙҙе асып һаламы? Беҙ иһә үҙебеҙҙәге шул бөтә изгелекте һаҡлап ҡалырға, ә бөтә яуызлыҡтан ҡотолорға тырышабыҙмы? Ғәмәлдәребеҙгә Ҡөрьән аяттары күҙлегенән сығып баһа бирәбеҙме? Пәйғәмбәрҙәрҙе үҙебеҙгә үрнәк итеп алабыҙмы? Ҡөрьәндә улар тураһында уҡып, сабыр, итәғәтле һәм тәүәккәл булырға өйрәнәбеҙме.

Ҡөрьән уҡып, Ҡөрьән буйынса йәшәгән кешенең ата-әсәһенә Хөкөм көнөндә нур сәсеп торған таж кейҙерәсәктәр, тиелә бер хәҙистә. Балаһында Ҡөрьәнгә һөйөү уятҡан ата-әсәһенә шундай ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелһә, Ҡөрьәнде уҡыған, Ҡөрьән буйынса йәшәгән кеше үҙе ниндәй әжер-сауаптарға ирешер?!

Ҡөрьәнгә мөнәсәбәтебеҙгә ҡарап, иманыбыҙҙың кимәлен һәм Аллаһ ҡаршыһындағы дәрәжәбеҙҙе самаларға мөмкин. Абдулла ибн Мәсғүттән (Аллаһ унан риза булһын): «Үҙенең хәлен белергә теләгән кеше Ҡөрьәндән һораһын. Әгәр ул Ҡөрьәнде ярата икән, Аллаһты һәм Уның рәсүлен дә ярата», ‒ тигән һүҙҙәр риүәйәт ителә. Ҡөрьәндең үҙендә иһә: «Улар Ҡөрьән өҫтөндә фекерләмәйме ни? Әллә йөрәктәрендә йоҙаҡмы?» ‒ тиелә («Мөхәммәт» сүрәһе, 47:24).

Ҡөрьән беҙҙе фекерләргә саҡыра, беҙ иһә аҡылды эшкә егә һалып бармайбыҙ. Ҡөрьән беҙҙе берҙәмлеккә саҡыра, бүленешеүҙән киҫәтә, беҙ иһә күңелебеҙгә ятмаған дин ҡәрҙәштәребеҙҙе күрә алмаҫлыҡ сиккә етеү өсөн әллә күпме сәбәптәр ҡылабыҙ. Ҡөрьән беҙҙе мосолмандар тип атай, беҙ иһә, шуныһына риза булмай, үҙебеҙҙе берәй йәмәғәт йәки фирҡә әһеле итеп күргебеҙ килә. Ҡөрьән беҙгә ахирәт өсөн мал сарыф итергә һәм фани донъяны ла онотмаҫҡа ҡуша, беҙ иһә, фани донъя артынан сабып һәм ахирәтте лә иҫтән сығармаҫҡа тышырып, тап киреһен эшләйбеҙ. Ҡөрьән беҙҙе тәҡүәле булырға һәм фәҡирлектән ҡурҡмаҫҡа өйрәтә, беҙ иһә фәҡирлектән ҡурҡабыҙ һәм Аллаһтың язаһын һирәк иҫкә төшөрәбеҙ. Ҡөрьән Аллаһты һөйгәндәрҙе Уның рәсүле ﷺ артынан эйәрергә саҡыра, беҙ иһә Уның һөйөклө рәсүленең ﷺ тормош юлын да өйрәнмәйбеҙ, теге йәки был осраҡта уның нимә эшләгәнен, теге йәки был мәсьәләне нисек хәл иткәнен дә белмәйбеҙ.

Хөкөм көнөндә Ҡөрьәнгә лә Аллаһ алдында мосолмандар өсөн шәфәғәт ҡылырға мөмкинлек биреләсәк, тиелә хәҙистәрҙә. Ә ҡәбер тормошонда фәрештәләр Ҡөрьәнде ҡулына алып та уны өйрәнмәгән, ундағы ҡушыуҙарҙы һәм тыйыуҙарҙы үтәмәгән һәм фарыз намаҙҙарҙы ҡалдырған кешеләрҙең баштарын таш менән ярасаҡ, ти. Беҙ иһә Ҡөрьәндең шәфәғәтенә иң нығы мохтаж булған көндән нимә көтәбеҙ? Ҡөрьәнде өйрәнмәгән, Ҡөрьән буйынса йәшәмәгән һәм намаҙға ла баҫмаған килеш ҡәбер тормошона күсеп, нимәгә өмөт итәбеҙ.

ВАҠЫТ! запись закреплена
Аяттар • Хәҙистәр • Доғалар

«Ҙур гонаһтарҙан тыйылған бәндәләремдең кесе гонаһтарын ярлыҡармын һәм уларҙы Ожмах баҡсаларына индерермен», – ти Аллаһ Тәғәлә. «Ҙур гонаһтарға яҡын бармау» тигәндә намаҙ, ураҙа кеүек фарыз ғәмәлдәрҙе үтәү ҙә күҙ уңында тотола. Сөнки уларҙы үтәмәү ҙә – ҙур гонаһ.

ВАҠЫТ! запись закреплена
ФӘХРЕТДИН МИРАҪЫ

Проповеди на башкирском языке

Ҡайһы бер кешеләр мал арттырыу һәм донъяны төҙәтеү өмөтө менән алдау юлына керәләр һәм үҙҙәре өсөн шул юлды файҙалы тип беләләр. Был ҡараш дөрөҫ түгел, бәлки, эштәрҙең тышҡы яҡтарын күреү менән генә ҡәнәғәтләнеүҙән килгән бер алданыу. Халыҡтарҙың байыуҙарына, эштәре төҙәлеп, бәхеттәре асылыуына алдауҙың сәбәпсе булыуы мөмкин түгел. Алдау – бөтөнләй бәхетһеҙлеккә һәм эштән сығыуға сәбәп булған нәмәләрҙән.
Показать полностью.

Шулай уҡ «Хәләл юл менән байлыҡ табып булмай, пак һәм ышаныслы кешеләр был донъяла фәҡир булып йәшәргә мәжбүр, байыусыларҙың һәр береһе хыянат һәм алдау юлдары менән байыған», тигән хөкөм дә яңылыш. Бындай һүҙҙәрҙе байыр өсөн тырышып та бер ни сығара алмаған яҡшы күңелле һәм аманатлы, ләкин булдыҡһыҙ кешеләр сығара. Улар үҙҙәренең эштәре алға китмәүен үҙҙәренең аманатлы һәм ғиффәтле булыуҙарында күрәләр. Ысынында иһә уларҙың эштәре уңмауына сәбәп былар түгел, бәлки, башҡа яҡтан етешмәүҙәре була. Сөнки уңышҡа ирешеү һәм эштәрҙе төҙәтеү өсөн ғиффәт һәм аманат ҡына етмәй, бәлки, улар менән бергә бына был нәмәләр ҙә булырға тейеш:

✅ Зирәклек һәм күңел күтәренкелеге.

Был быуатта дауам итә торған хаят майҙанында уңышҡа ирешеү өсөн бик күп ҡоралдарға һәм шул ҡоралдарҙы эшләтә торған хәйләләрҙе белеүгә хәжәт бар. Был эштәр өсөн зирәклек менән күңел күтәренкелеге булыуы лазым. Йыуаш һәм күңелдәре төшөнкө әҙәмдәр өсөн хаят майҙанында урын юҡ. Дөрөҫ, ҡайһы бер йыуаш һәм күңелдәре һүнек әҙәмдәр алтын табып йәки көтөлмәгән урындан мираҫ алып та байлыҡҡа ирешә. Ләкин, бындай хәлдәргә ҡарап, бында һөйләнә торған ҡағиҙә боҙолмай.

Керешә торған эштең ахырын фекерләү һәм буласаҡ һөҙөмтәгә мыуафиҡ (тейешле) хәрәкәт итеү, үҙ хәлеңә һәм үҙ тәбиғәтеңә лайыҡ хеҙмәттәр һәм кәсептәр һайлай алыу, эштәрҙе низам һәм тәртип менән йөрөтөү – «тәдбир», кергән юлда арымай һәм ялҡмай дауам итеү «сабит» була. Бәхет һәм сәғәҙәткә ирешер өсөн «тәдбир» менән «сабит» – иң кәрәкле нәмәләр.

✅ Иҡтисадҡа ҡарап эш итеү.

Байлыҡ табыу һәм байлыҡ арҡаһында ғына ирешеү мөмкин булған маҡсаттарға етешеү өсөн иҡтисадҡа ҡарап эш итеү лазым. Һәр кемгә мәғлүм булғанлыҡтан, был турала күп һөйләргә хәжәт юҡ.

✅ Гүзәл холоҡ һәм яҡшы тәрбиә.

Халыҡтарҙы бәхет майҙанына алып бара торған юлдарҙың иң тураһы – гүзәл холоҡ менән яҡшы тәрбиә. Гүзәл холоҡло һәм тәрбиәләре яҡшы булған әҙәмдәргә инсандар ғына түгел, бәлки, һәр төрлө маҡсаттар ҙа буйһонорға мәжбүр була. Яҡшы тәрбиә күңелде боҙоҡлоҡтан һәм аҡылды хөрәфәт һәм шөбһәләрҙән, тәнде ауырыу сәбәптәренән һаҡлауҙан ғибәрәт булғанлығы өсөн был нәмәләрҙең бәхет һәм сәғәҙәт сәбәптәре икәнлеге мәғлүм. Гүзәл тәрбиә хасил ҡылыр өсөн мәктәптәр, ғаиләләр, йәмғиәттәр исемендәге өс төрлө дәресханаларҙан үтергә мәжбүрҙәр. Әгәр ҙә шул дәресханаларҙан яҡшыларын һайлай алһалар, шул нисбәттә тәрбиәләре яҡшы, әгәр ҡайһы берҙәре йәки бөтөнләй боҙоҡ булһа, шул нисбәттә тәрбиәләре лә боҙоҡ булыр. Тәрбиәһе боҙоҡ кешенең бәхет һәм сәғәҙәткә ирешә алмаҫлығы тәбиғи, кинәттән ирешһә лә, шунда дауам итә алмаҫ.

«Алма беш, ауыҙыма төш!» тип салҡан ятыу менән генә эш булмай. Бәхет табыу һәм сәғәҙәткә ирешеү өсөн донъяның әсе һәм сөсөләрен татырға, бурандар һәм ямғырҙарын йоторға, ҡаты тулҡындарҙы ярып йөҙөргә кәрәк.

Уңышҡа ирешеү һәм эштәрҙе төҙәтеү өсөн бына шул нәмәләрҙең һәр береһе булыуы шарт. Һәр хәлдә, бәхетле булыу һәм сәғәҙәткә ирешеү юлы алдау түгел, бәлки, аманатлы булыуҙыр.

📚 «Джәүәмиғүл-кәлим» шәрхе». 244-се хәҙистең аңлатмаһынан.

ВАҠЫТ! запись закреплена
Аяттар • Хәҙистәр • Доғалар

Аллаһ рәсүленән (ﷺ) шундай хәҙис риүәйәт ителә:

«Ислам дине – еңел бер дин. Кем дә кем шул еңеллеккә риза булмай, артыҡ ғибәҙәттәр ҡылырға керешһә, хәлһеҙ ҡалыр ҙа, ошо дин менән көрәшә торғас, еңелер (үҙенә фарыз ителгән ғибәҙәттәрҙе лә еренә еткерә алмай башлар).

Дин эштәрендә сиктән ашыуға ла, эшләп еткермәүгә лә ауышмайынса, урта һәм ғәҙел юлды ғына һайлағыҙ, камил ғибәҙәт ҡыла алмаһағыҙ, шуға яҡыныраҡ рәүештә ғибәҙәт ҡылырға тырышығыҙ, аҙ булһа ла, ғибәҙәттәр бәрәбәренә сауап буласағын уйлап һөйөнөгөҙ, форсат ваҡыттарҙа – мәҫәлән, ҡояш сыҡмаҫтан элек, төштән һуң, төн ахырында – бер аҙ ғибәҙәт ҡылып алығыҙ!»

ВАҠЫТ! запись закреплена
Айгиз Сафин

НИМӘ УЛ ТӘҮХИД?
(Ризаитдин Фәхретдин)

Шуға күрә, Аллаһ Тәғәләнән башҡалар – фәрештә булһынмы йә кешеләрме, ен булһынмы йә шайтандармы, пәйғәмбәрҙәр булһынмы йә әүлиәләрме – йәшерен һәм асыҡ эштәрҙе беләләр; күңелдәрҙе үтә күреп торалар; сирҙән һауыҡтыра алалар; уңыш, уңышһыҙлыҡ, һидәйәт һәм, ғөмүмән, бәндәләрҙең көстәре етмәй торған әйберҙәрҙә карамат юлы менән ҡотҡарырға һәләтлеләр; саҡырыусы һәм доға ҡылыусыларға ярҙам итергә етешәләр, тип ышаныусылар ошо урында телгә алынған тәүхидте ҡабул итмәгән һәм үҙҙәренә билге итеп ҡылмаған, «лә иләһә иллә-Ллаһ» тип ысынлап һәм ихлас рәүештә шаһитлыҡ бирмәгән булырҙар.

Бәндәләрҙең ҡөҙрәттәре етмәй торған нәмәләр яңғыҙ Аллаһ Тәғәләнең Үҙенән генә һоралырға, сараһыҙ ваҡыттарҙа Аллаһ Тәғәләнең яңғыҙ Үҙенә генә һыйыныу ҡылынырға тейешле. Хаҡиҡи тәүхид һәм «лә иләһә иллә-Ллаһ» тип ысын һәм ихлас шаһитлыҡ биреү бына шул. Юҡһа, ҡоро тел менән генә әйтеп, ғәмәл ваҡытында башҡаса хәрәкәт итеүҙә мәғәнә булмаҫ».

«Джәүәмиғ әл-кәлим шәрхе», 12-13-сө биттәр.

Проповеди на башкирском языке

ВАҠЫТ! запись закреплена

НИ ӨСӨН МИНЕ ӨНӘМӘЙҘӘР?

«Аят мәжлесе»нә бер нисә кеше менән мин дә мулланан һуңғараҡ ҡалып индем. Алдараҡ килгәндәр әле өҫтәл тирәләп урынлашмаған. «Әссәләмү ғәләйкүм!» – тип, минең менән бергә ингән бер ағай иң тәүҙә дин әһеленә ҡулын һондо. Әммә оло ғына йәштәрҙәге етди йөҙлө мулла уның усын ҡыҫырға ашыҡманы, сәләм дә ҡайтарманы.
Показать полностью. «Ҡулыңды йыуҙыңмы?» – тип һораны ҡоро ғына. «Юҡ әле», – тигән яуапты ишеткәс тә: «Бар, йыу тәүҙә», – тип ишараланы. Унан икенсе бер ағайҙы ла тап шулай итеп йыуыныу бүлмәһенә «ҡыуып» индерҙе.

Күрешергә минең сират еткәс, һорауҙы көтөп тормаҫтан: «Әссәләмү ғәләйкүм! Мин тәһәрәтле», – тип әйтә һалдым. Был һүҙҙәремде ишеткәс тә мулла ағайҙың миңә ҡул бирәсәгенә һис кенә лә шигем юҡ ине, әммә. «Ҡулыңды йыуҙыңмы?» – тигән әлеге һорау миңә лә бирелде. Албырғап ҡалдым. Кемдер берәүҙең ошо юлдарҙы уҡығанда: «Мулла дөрөҫ әйткән. Хәҙер коронавирус йөрөй бит», – тип фәлсәфәләй башлаясағын да күҙаллайым, тик әлеге сир килерҙән биш-алты йыл элегерәк булды был хәл. «Тәһәрәтле кешенең ҡулы йыуылмаған булмай ҙа баһа…» – тинем, аптырағас. «Бар, йыу!» – тине бабай тағы ҡәтғи генә итеп.

Ҡунаҡҡа килгәс, әлбиттә, тәһәрәтле булыуыңа ҡарамаҫтан, ашар алдынан ҡул йыуаһың инде ул. Әммә уныһы – башҡа мәсьәлә. Ҡулдарҙы йыуып килгәс, мулла ағайға башҡаса ҡул һуҙып торманым, әммә: «Мосолман кеше сәләм бирһә, икенсе мосолман уның сәләмен алырға һәм үҙе лә сәләмләргә бурыслы», – тип әйтергә ҡыйҙым шулай ҙа. Мулла бабай, бәлки, минән бындай яуапты көтмәгәндер ҙә… Хатта кафыр менән күрешкән хәлдә лә кешенең тәһәрәте боҙолмауы хаҡында һүҙ ҡуйыртманым.

Мулла өҫтәл артында торған көйө башта «яңы өйгә аҙан» ҡысҡырҙы. Унан Ҡөрьән аяттары уҡыны. Минең дә уҡыуымды һоранылар. «Әл-Фатиха»ны, тағы бер-ике ваҡ сүрәне, шул иҫәптән «Әл-Ихлас»ты уҡып, уларҙың ҡайһы берҙәрен ҡыҫҡаса тәржемәләп биргәс, әлеге мулла мине йәнә бер мәртәбә «тотто»: «“Ҡулһуалла” өс мәртәбә уҡыла!» – тип, ҡунаҡтар алдында «етди» иҫкәрмә яһаны. «Уны бер мәртәбә уҡыһаң да ярай», – тип тыныс ҡына яуап бирҙем. Артабан бәхәсләшеп ултырыуҙы кәрәкһеҙ тип таптым.

Ана шулай, яңы өйгә «аҙан ҡысҡыртырға», «аят уҡытырға» йәиһә үлгәндәрҙе иҫкә алыу кисәләренә, муллаға ҡушып, мине лә һирәкләп саҡырғылап торалар. Бармаһаң, үпкәләйәсәктәренә шигем юҡ. Бындай йыйындарға, кемдер әйтмешләй, «рядовой» кеше генә булып йөрөүҙе хуп күрәм. Әммә, мәжлескә килеүен килгәс, яҡындарыңа бер аҙ ғына булһа ла файҙа биреү хаҡында уйлайһың. Бәғзе ваҡыт мулланан һуң һүҙ алам. Тик минең телмәрем, әлеге лә баяғы, ғәҙәттән тыш һымағыраҡ килә лә сыға (шундай сәйер ғәҙәтем бар инде). Үҙен мосолман тип һанаған кеше өсөн биш намаҙҙың мотлаҡ булыуы, шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ яңы өйгә аҙан ҡысҡыртырға һәм аят уҡытырға ҡушылған риүәйәттәр юҡлығы хаҡында бер аҙ һөйләп китәм. «Аҙан ул, белеп ҡуйығыҙ – намаҙға саҡырыу. Хәҙер, әлбиттә, өйлә намаҙы ваҡыты етте. Ин шәә Аллаһ, аҙан да ҡысҡырырбыҙ. Мосолмандар йыйылған урында ни, Ҡөрьән аяттары ла уҡырбыҙ. Әммә өйөгөҙҙә аяттар бөгөн генә түгел, ә һәр саҡ уҡылып торорға тейеш», – тигән һымағыраҡ һүҙҙәр менән йорт хужаһын да бер аҙ тынысландырырға тырышам. Сөнки һүҙемдең әлеге юҫыҡта барыуын хужа ла, мулла олатай ҙа өнәп етмәгәнен тоям. Ниһайәт, аҙан әйтелә. Башҡалар, аҙандан һуң, ғәҙәттәгесә, үҙ-ара сөкөрҙәшеп, урындарынан ҡуҙғалырға уйламай. Мулла бабай менән күрше бүлмәгә намаҙ уҡырға инеп китәбеҙ. Намаҙҙа мулла олатай, ниндәйҙер берәй хата таба һалып, миңә иҫкәрмә яһай. «Күп һөйләп ултырыуҙа эш тормай…» – тип, бер аҙ «сәнстереп» тә ала. Мин, әлбиттә, һис кенә лә ҡаршылашмайым. «Рәхмәт, ағай, ана шулай бер-береңде төҙәткеләп тороу – хәйерле ғәмәл…» – тип кенә ҡуям.

«Күп һөйләп» тигәндән, халҡыбыҙ араһында ифрат киң таралған һәр төрлө хөрәфәттәргә, ырым-юрауҙарға, йондоҙнамәләргә, күрәҙәселеккә ышаныу ярамағанлығы хаҡында яҡташтарыңды нисек иҫкәртмәү мөмкин? Әммә «мәмелдәп, ҡунаҡтарҙың башын ҡатырып, ана шундай “ваҡ-төйәк”те һөйләп ултырған» кешене, өҫтәүенә намаҙға, ураҙаға өндәүсене яратмаусылар, ысынлап та, күп кенә шул. Өйҙәренә элеп ҡуйған ат дағаларын, «һаҡлаусы күҙ»ҙәрҙе лә күрмәмешкә һалышһам, бәлки, күптәргә был уңайлыраҡ та булыр ине… «Һин ул нәмәләреңде һуңғараҡ һөйләрһең. Хәҙер ашай башларға кәрәк», – тип мине бүлдереп, тураһын әйтеүселәр ҙә юҡ түгел. Бына шундай «неудобный» кешемендер инде мин. «Йылына бер тапҡыр мәрхүмдәргә мулланан аят уҡытып алһам, өҫтөмдән мосолманлыҡ бурысым төшә», – тип кенә тынысланып, тормоштарын фәҡәт көнкүреш эштәренә бағышлаған, үҙҙәренә-үҙҙәре золом ҡылып, вайымһыҙ ғүмер иткән милләттәштәремде ҡыҙғанам шул. Аллаһ Тәғәләгә бер тапҡыр ҙа башын эймәгән, хатта шәһәҙәт тә әйтмәгән килеш был донъянан китеп торған күп кенә яҡташтарыңды, яҡындарыңды нисек йәлләмәҫһең?

«Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул», тигәндәй, шымып ҡына ултырырға ла булыр ине ул, әммә, белгәндәремде башҡаларға еткермәһәм, үҙемдең мосолманлыҡ бурысым үтәлеп етмәгән һымаҡ. Бәғзе ваҡыт, Ҡөрьән аяттары уҡығас, шуның ҡайһы бер урындарын тәфсирләп биреүҙе лә кәрәк тип табам. Яҡынса ошолайыраҡ итеп аңлатырға тырышам: «Әле генә уҡылған, “Әлиф Ләм Мим” тип башланған “Әл-Бәҡара” сүрәһенең тәүге аяттарында “Был китап (Ҡөрьән) тәҡүәлеләр, намаҙҙа тороусылар, Ахирәткә инанғандар өсөн ҡулланма… Ана шундай кешеләр генә Ахирәттә уңышҡа ирешәсәк…” – тип әйтә Аллаһ Тәғәлә. “Йә Син” сүрәһендә лә: “Был – фәҡәт асыҡ Ҡөрьән, тере кешеләрҙе иҫкәртеү өсөн”, – тиелә. Мин уҡыған аяттар – ошо мәжлестә ултырған барыбыҙ өсөн, йәғни әлегә иҫән кешеләр өсөн…»

Үкенескә, һинең был һүҙҙәреңде тыңлап ултырыусылар бик аҙ. Ни һөйләүеңә һис кенә лә иғтибар итмәй, үҙ-ара бышылдаша башлауҙарын күреп, телмәреңде тамамларға ашығаһың. Һуңынан да, ғәҙәттә, һорау биреүселәр булмай. Һин шымыуға, «иркен тын алып», йәһәт-йәһәт саҙаҡа өләшергә тотоналар. Барыһы ла бер-береһенә тәңкәләр таратып бөткәс, ғәҙәттә, тағы бер мәртәбә һүҙ алыуҙы хуп күрәм. Саҙаҡаның тик мохтаждарға бирелергә тейешлеге хаҡында әйтә һалырға ашығам. «Мин үҙем саҙаҡаға мохтажлыҡ кисермәйем, шуға күрә алып килгән аҡсаларҙы мәсеткә биреү дөрөҫөрәк, тип һанайым. Мәсет һәр саҡ хәйриәгә мохтаж. Имам ана шул аҡсанан һалым түләй, электр, газ йә утынға ла шуны тотона, китап-фәләндәр, йыһаз-маҙар ҙа ала…» – тигән һымағыраҡ һүҙҙәр әйтә-әйтә үҙемдең моҡсайымды мәсет муллаһының алдына һалам. Ҡунаҡтарҙың ҡайһы берҙәре ҡыйыуһыҙ ғына минең арттан ҡабатлай. Бындай күренеш тә, алда әйткәндәй, «ғәҙәттән тыш»…

Халҡыбыҙ бына шундайыраҡ дәғүәттәрҙе ябай кешенән түгел, ә башлыса үҙҙәренең имамдарынан ишетһә, хәйерлерәк булыр ине, тип уйлайым шулай ҙа. Минең вәғәздән һуң: «Бик дөрөҫ әйттең», – тип хуплаусы хәҙрәттәр ҙә бар, әлбиттә. Хатта ҡайһы мәҙрәсәлә уҡығанымды һорашыусылар ҙа юҡ түгел. Әммә шәриғәттә булған йә булмаған нәмәләр хаҡында халыҡҡа тап ана шул абруйлы, махсус белемле кешеләр үҙҙәре йышыраҡ һөйләһә, күпкә яҡшыраҡ бит. «Намаҙ уҡыһаң, Ахирәттә үҙеңә аҙыҡ була инде» йәиһә «намаҙҙың сауабы ҙур инде ул», тип, бер-ике һүҙ менән генә, ифрат та баҙнатһыҙ итеп намаҙға өндәүсе имамдар бар. Ә намаҙ уҡымаған өсөн ахырғы донъяла һине нимә көтә. Оло үкенескә, бына ошо һорауҙы аныҡлап биреүселәр – юҡ кимәлендә! Был донъянан намаҙһыҙ китеүҙең Ахирәттә ни тиклем аяныслы булыуы хаҡында һөйләүселәр, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, бик һирәк. Намаҙ хаҡында һис кенә лә ишеткеһе килмәгән күпселектән тартыналар инде әллә.

Мәҙрәсәлә уҡыған, белемле имамдарыбыҙ ауылдарыбыҙҙа хәҙер күп. Бына әле мин яҙған проблемаларға иғтибарлыраҡ булһа ине улар. Ябай халыҡ риза түгел, тип, ағым ыңғайына ғына йөҙөүҙән үҙеңә лә, башҡаларға ла ниндәйҙер файҙа булыуы икеле. «Ҡулыңды йыумаһаң, күрешмәйем!» – тип, кәрәкмәгән урында ҡатылыҡ күрһәтеү урынына, «Изге Ҡөрьәндә Аллаһ Тәғәлә шулай ҡуша» йә «Пәйғәмбәр ﷺ хәҙистә былай тип бойорған» тип, иң мөһим нәмәләрҙе талап иткән осраҡта имамдарыбыҙҙың абруйы ла артыр ине. Күптәр иң оло гонаһ булған ширктең дә ни икәнен белмәй бит. Минең ише «рядовой» кешенән ишетеүгә ҡарағанда, имамдарыбыҙҙан ҡыҫҡа ғына берәй мәғлүмәт алһалар, был да күпкә өҫтөнөрәк буласаҡ. Имамдың абруйлы һүҙҙәре күптәребеҙгә һәр төрлө хөрәфәттәрҙән ҡотолорға ла ярҙам итер ине, моғайын. Совет заманында коммунистар аңыбыҙға һеңдергән мулла образынан ҡотолоу өсөн мөмкин тиклем нығыраҡ тырышырға ваҡыттыр. Ололар ҙа, йәштәр ҙә, балалар ҙа күңел ауырыуҙары, шик-шөбһәләре буйынса үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән диндән йыраҡ торған психологтарға, экстрасенстарға йә башҡаларға йөрөмәһен ине. Шәриғәт белгесенән – мәсет имамынан – кәңәш һорауҙы ғәҙәт итергә кәрәк.

Үҙем иһә мәҙрәсәлә уҡып сыҡҡан хәҙрәттәребеҙҙең ғилемле булыуына ышанам. Аңлашылмаған нәмәләрҙе уларҙан һорарға тырышам. Һәр төрлө бидәғәттәр, ҡәберҙәрҙәргә тауаф ҡылыу менән булышҡан ҡайһы бер замандаштарҙы иҫкәртеүсе хәҙрәттәребеҙҙе айырыуса ихтирам итәм.

Источник

Видео

Насихат (на башкирском языке)

Насихат (на башкирском языке)

Бесплатные курсы на башкирском языке! Первый урок: Особенности башкирского языка. Башҡорт теле

Бесплатные курсы на башкирском языке! Первый урок: Особенности башкирского языка. Башҡорт теле

Учу башкирский язык. Урок 1

Учу башкирский язык. Урок 1

Милость Аллаха в месяц Рамадан (на Башкирском языке)

Милость Аллаха в месяц Рамадан (на Башкирском языке)

Выпуск новостей на башкирском языке (25.01.12)

Выпуск новостей на башкирском языке (25.01.12)

Новости на башкирском языке от 27.06.2022 г. г.Янаул

Новости на башкирском языке от 27.06.2022 г. г.Янаул

Проповедь «Как бороться с языком...» — Сергей В. Санников.

Проповедь  «Как бороться с языком...» — Сергей В. Санников.

Постой Паровоз (на Башкирском языке)

Постой Паровоз (на Башкирском языке)

Башкирский язык.Знакомство

Башкирский язык.Знакомство

"Разговаривайте на нормальном языке а не на башкирском! Я В ШОКЕ". - в одном из МакДоналдс в Уфе.

"Разговаривайте на нормальном языке а не на башкирском! Я В ШОКЕ". - в одном из МакДоналдс в Уфе.
Поделиться или сохранить к себе:
Добавить комментарий

Нажимая на кнопку "Отправить комментарий", я даю согласие на обработку персональных данных, принимаю Политику конфиденциальности и условия Пользовательского соглашения.