Сборник изложений на башкирском языке + видео обзор

БДИ материалдары. Изложение. 9 класс
материал для подготовки к егэ (гиа, 9 класс) на тему

Сборник изложений на башкирском языке

БДИ-ға әҙерләнеү өсөн материалдар

Скачать:

Предварительный просмотр:

Башҡорт теленән изложение текстары

2-се вариант
Айыу балаһы

Был хәл Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булды.

Ҡараңғы төн. Беҙҙең самолет Мартин ҡалаһы эргәһендәге тау өҫтөндә әйләнә. Аҫта сигнал урынына костер тоҡандырғандар. Шунда беҙгә төшөү өсөн майҙан барҙыр. Беренсе самолет экипажының командиры сирена бирҙе.

Беренсе булып самолет бортынан старшина, уның артынан – төркөмдөң комиссары, аҙаҡтан командирыбыҙ һикерҙе. Уларҙан тыш тағы һигеҙ кеше бар ине.
Был – беренсе самолет. Ә мин икенсе самолетта инем. Ергә иҫән-һау төшөүҙе теләп, бер-беребеҙҙе ҡосаҡлайбыҙ. Бына, бер-бер артлы һикереп, төн ҡараңғылығына сумабыҙ.
Был сая егеттәр өсөн дошмандың тылына төшөү яңылыҡ түгел ине. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ, Советтар Союзы территорияһында партизан отрядтарында ҡатнашып, күп кенә тәжрибә туплаған. Мин иң һуңғыбыҙ булып һикерәм.

Беҙҙе Чехославакия ерендә тымыҡ иртә ҡаршы алды. Парашюттарыбыҙҙы төрөп алдыҡ. Махсус парашюттарҙа төшөрөлгән һуғыш припастарын, дошман тылында һуғышыу өсөн партизандарға кәрәк була торған башҡа нәмәләрҙе йыйҙыҡ. Шуларҙы күтәреп, тауҙан аҡрын ғына төшәбеҙ. Түбәндә, тау итәгендә, партизан отрядының базаһы урынлашҡан.
Икенсе көндө үк ҡаты һуғыштар башланды. Фашистар, халыҡ күтәрелешен баҫтырыу өсөн, Моравиянан, Чехиянан яңы көстәр килтергән. Уларҙың һуғыш техникаһы ла, көслө, минометтары ла, уртаса ҙурлыҡтағы танкылары ла бар.

Дошман байтаҡ ҡырылды. Улар, түҙә алмайынса, ҡаса башланы. Беҙҙең һуғышсылар ҡыуа китте, ләкин мин отряд командиры билдәләгән маршрут буйынса барырға команда бирҙем.

Бына шул ваҡытта инде уң флангыла Жилина ҡалаһынан Мартинға килә торған юлдан дошмандың өс танкыһы күренде. Улар, елдереп, туп-тура беҙҙең өҫкә килә. Мартин ҡалаһын тиҙ генә алырбыҙ тип уйлағандар, күрәһең. Ләкин дошман яңылышты. Мин әле гранаталар бәйләмен әҙерләргә тип команда бирергә лә өлгөрә алмай ҡалдым – Валентин Катаев фашист танкыһына ташланды. Беҙҙең был йәш кенә батырыбыҙ фашист тигрынан көслөрәк булып сыҡты. Тик фашист офицеры, люкты асырға өлгөрөп, яна башлаған танкынан ҡулына парабеллум тотҡан килеш ырғып сыҡты ла беҙҙең Валентинға туп-тура төҙәп атты. Егет, ауыр яраланып, янып ултырған танк эргәһенә тәгәрәне. Шул ғынамы әле? Юҡ! Ана, һул флангынан уның өҫтөнә ҡарап тағы бер танк килә. Быныһы уның өсөн бигерәк тә ҙур ҡурҡыныс ине. Уның һуңғы минуттары, һис көтөргә ярамай. “Йәшәү йәки үлем”, тип уйлай ине һуғышсылар.

Ошо ҡурҡыныс минутта словак һалдаты кейемендәге йәш кенә бер һалдат, гранаталар бәйләме алып, танкыға ҡаршы үрмәләне. Бына, бына… һәм, ер тетрәп, көслө шартлау яңғыраны. Икенсе танк та туҡталды, тик словак егете үҙе лә, Валентин кеүек үк, был тигеҙ булмаған алышта ҡаты яраланғайны. Шулай ҙа ул, ҡанға батып булһа ла, үлем ҡурҡынысы аҫтында ятҡан Валентинды пулялар яуып, снарядтар шартлап торған ерҙән һөйрәп алып сыҡты.

Источник

Текст изложения по башкирскому языку для 8-9-х классов

Был данлы мәктәп үҙенең тәүге уҡыусыларын 1944 йылда ҡабул итә. Ул ваҡытта дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы ла тамамланмаған була. Интернат-мәктәп фронтовиктарҙың һәм һуғыш инвалидтарының балаларын уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн ойошторола. Шунан һуң үткән 50 йыл эсендә бында ете меңләп уҡыусы тәрбиәләнде. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов уҡыған был интернат-мәктәптән сыҡҡан уҡыусылар араһында атаҡлы мәҙәниәт эшмәкәрҙәре лә, фән һәм әҙәбиәт хеҙмәткәрҙәре лә, башҡа бик күп ихтирам ҡаҙанған һөнәр эйәләре лә бар.

Интернат-мәктәп Республика башҡорт гимназияһы итеп үҙгәртелгәс, уның абруйы тағы ла артты. Бында конкурс нигеҙендә һайлап алынған, үҙ эшен һәм балаларҙы яратҡан, хеҙмәт һөйөүсән уҡытыусылар, балаларға ҡарата әсәләй яғымлы булған тәрбиәселәр эшләй. Гимназияға белем алырға ынтылып торған, уҡырға ныҡлы теләге булған һәләтле балалар имтихан нигеҙендә ҡабул ителә. Гимназияның төп бурысы – республикабыҙға лайыҡлы милли кадрҙар әҙерләү, ил йөҙөнә тап төшөрмәҫлек шәхестәр тәрбиәләү.

КИМ ГОС.БАШ.ЯЗ 5- 9 кл. 2019-2020
материал (5 класс)

Сборник изложений на башкирском языке

Скачать:

Предварительный просмотр:

Муниципальное общеобразовательное автономное учреждение

средняя общеобразовательная школа № 12

городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан

Заместитель директора по учебной работе МОАУ СОШ №12 _______________Р.М Варачева

от «___» _________ 201__г.

И.о.директора МОАУ СОШ №12

_________Шайхутдинов Д. Г.

«___» _________ 20___г.

по башкирскому языку

на 2019-2020 учебный год

Учитель Хузина Файруза Рафитовна

Башҡорт (дәүләт) теле буйынса уҡыусыларҙың белем кимәлен баһалауҙың төп критерийҙары.

Контроль диктанттарҙы баһалау.

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим ителә.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Диктанҡа билдә ҡуйғанда хаталарҙың характерына иғтибар ителә.. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупа: булмағандары, йәғни грамоталыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмағанға инә: ҡағиҙәнең иҫкәртмәһенә ҡараған хаталар, бәйләү юлы менән яһаған яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышында хаталар, бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу, үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә ялғауҙар яҙылышында хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана. “5” – тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктацион хата булған эшкә, “4”- 4 орфографик, 3 пунктацион, йә 1 орфографик, 6 пунктацион, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хатаһы булған эшкә лә “4” ҡуйырға мөмкин. “3” – 6 орфографик, 6 пунктацион, йә 3 орфографик, 9 пунктацион, йә 12 пунктацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктацион хаталы эшкә лә “3” ҡуйыла. “2”- 9 орфографик, 9 пунктацино йә 8 орфографик, 10 пунктацион хатаһы булған эшкә ҡуйыла.. Хата һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә “1” билдәһе ғуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Изложение һәм иншалар яҙғанда:

Баһалауҙың төп критерийҙары

Йөкмәткеһе һәм телмәр

Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә

Йөкмәткеһе эҙмә-эҙлекле асыла.

Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил. Эштә йөкмәткеһе яғынан – 5 һәм телмәр яғынан 5 кәмселек булыуы мөмкин

3 орфографик, 3 пунктацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин

Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тура килә (бер ни тиклем ситкә тайпылыштар бар).

Йөкмәткеһе дөрөҫ, ләкин һөйләм төҙөлөшөндә ҡайһы бер фактик хаталар бар.

Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған.

Ҡаһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.

Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһендә 8 һәм телмәрендә 8 кәмселек булыуы мөмкин.

7 орфографик, 6 пунктацион йәки 2 орфографик, 13 пунктацион хата булыуы мөмкин. Шулай уҡ 5 грамматик хата булыуы мөмкин.

Эш темаһынан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.

Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, дөрөҫ, ләкин һөйләм төҙөлөшөндә фактик хаталар байтаҡ.

Эҙмә-эҙлелек тулыһынса ҙаҡланмай, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

Эштә йөкмәткеһе яғынан – 15, телмәре яғынан- 15 хата булыуы мөмкин.

10 орфографик, 13 пунктацион шулай уҡ 8 грамматик хата булыуы мөмкин

Һүҙҙәр ҡулланылышында бик күп фактик хаталар ебәрелгән.

Эштең бөтә өлөшөндә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған, бәйләнеш юҡ.

Эштең йөкмәткеһендә – 20, телмәрендә 20-нән күберәк хата ебәрелгән

12-15 орфографик, 10 пунктацион, 12 грамматик хата

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Һорауҙарға яуап, тест

Контроль күсереп яҙыу

4-5 пунктуацион хата

4-6 пунктуацион хата

2 орфографик, 3 пунктуацион, 2 грамматик хата

Йөкмәткеһе дөрөҫ 1-2 фактик,4 орфографик, 2-4 пунктуацион, 3 грамматик хата

Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай, һүҙҙәрҙә хаталар бар,5-6 орфографик,5 пунктуацион,4 грамматик хата

Максимальное количество баллов – 20.

При неправильном выполнении задания из максимального количества баллов вычитается количество баллов конкретного параметра.

Задание засчитывается, если ученик набирает не менее 50% (10 баллов).

Задания составлены в виде тестов. Всего 20 тестовых заданий.

При разработке тестовых заданий использовались следующие формы заданий:

Время тестирования составляет до 40-45 минут, время ответа на одно тестовое задание – до 2 минут.

Справочная таблица по переводу данных тестирования в пятибалльную систему:

Контроль күсереп яҙыу текстарын баһалау

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе уҡыусылар өсөн дәрестәрҙә текстарҙы күсереп яҙыу киң ҡулланыла. Уҡыусылар дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрәләр, бигерәк тә башҡорт телендәге үҙенсәлекле хәрефтәрҙе, үтелгән орфограмманы ғәмәлдә ҡулланырға, һүҙҙәрҙе юлдан-юлға дөрөҫ күсерергә, һүҙҙәрҙе уҡып яҙма телмәрҙә хатаһыҙ яҙырға өйрәнәләр. Күп тапҡырҙар яҙыу һөҙөмтәһендә, балаларҙа дөрөҫ яҙыу күнекмәләре барлыҡҡа килә. Шулай уҡ күсереп яҙыу эше уҡыусыларҙың иғтибарын, хәтерен үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Күсереп яҙыу текстары дәрестә үтелгән грамматик һәм лексик темалар менән бәйле алына. Күсереп яҙғанда текст һәр уҡыусының алдында булырға тейеш. Индивидуаль карточкалар, дәреслектән күнегеүҙәр алынырға мөмкин. Әгәр ҙә өҫтәлмә эш алынмаһа, күсереп яҙыу тексы бер генә билдә менән баһалана.
«5» билдәһе төҙәтеүҙәр, бысратыуҙар булмаған, йә 1 пунктуацион хата булған эшкә,
«4» билдәһе 2 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 4 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 6 пунктуацион хатаһы булған эшкә ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 3 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 3 орфографик, 4 пунктуацион йә 7 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 2 орфографик, 4 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 6 орфографик, 8 пунктуацион йә 10 пунктуацион хатаһы булған эшкә ҡуйыла. Хаталар һаны 8 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.
Әгәр тексты күсереп яҙыуҙан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.
Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:
«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,
«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,
«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,
«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге

1. З.М Ғәбитова, М.Д Яманһарина. Методик ҡулланма. Башҡорт теле 6-9.-Өфө; Китап 2017.

2. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-11 синыф уҡытыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2009.

3.Бикбаева Т.Я., Ҡунафина Т.Ы. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. Милли мәктәптәрҙең 5-11 синыфтарында эшләгән уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Эдвис, 2008.
4.Бикбаева Т.Я., Ҡунафина Т.Ы. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы. Милли мәктәптәрҙең 5-11 синыфтарында эшләгән уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Эдвис, 2008.
5.Ғәбитова З.М., Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н., Йәғәфәров Р.Ғ, Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу: Методик күрһәтмә. – Өфө: БМҮИ, 2008.

Инеш контроль эше №1.

Беҙҙең ауыл(1) урман араһ. нда урынлаш. ан. Беҙҙең ата. ҙарыбыҙ һәм ағай. арыбыҙ урман хужалығында эшл. йҙәр. Уҡыусыл. р урманды һаҡлауҙа әүҙем ҡатнашалар. Ҡырҡылған урман(1) урынына ҡарағай(1), шыршы(1) ағастары улт. ртабыҙ. Урманды ҡороған ботаҡтар. ан һәм япраҡтарҙан таҙартабыҙ. Көҙ к..нө ағас(1) орлоҡтары йы. быҙ. Орлоҡтарҙы посылка менән мәктәптәргә ебәрәбеҙ. Был эштәребеҙ өсөн бе. гә урман хужалығы эшселәре р. хмәт әйтәләр, бүләктәр бирәләр.

(1)-һүҙҙәргә күплек ялғауҙары өҫтәп яҙығыҙ:

(2)-эйәлек ялғауы өҫтәп яҙығыҙ:

Минең урман. һинең атай. беҙҙең урман.

Урман, ҡарағай, шыршы, япраҡ, көҙ

1. Нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуйып, тексты күсереп яҙығыҙ.

Йыл миҙгелдәре. Көҙ

Сентябрь, октябрь, ноябрь – көҙ ай. ары. К. ҙ көндәр(1) ҡыҫҡара, төнд. р оҙая. Ҡайын(2), йүкә(2), саған(2) аға. тары япраҡтарын ҡоял. р. Тәүлекләп, аҙналап ямғырҙ. р яуа. Һал. ын елдәр(1) иҫә. Ҡоштар(1) йылы яҡтарға кит. ләр. Бе. ҙә ҡышлаусы ҡоштар ғына ҡала. Ҡу. ндар, тейендәр(1) һәм башҡа йәнлектәр(1) йөндәрен алыштыралар. Баҫыуҙарҙа уңыш(2) йыйыу тамамлана. Көҙ аҙағында т. ньяҡтан беҙгә ҡыҙылтүштәр(1) осоп кил. ләр.

2. Цифр менән билдәләнгән һүҙ төрҙәре буйынса эш төрҙәре башҡарығыҙ.

(1)- һүҙҙең күплек ялғауҙарын алып берлектә яҙығыҙ:

(2)- өлгө буйынса һүҙҙәрҙе төшөм килештә ҡуйып яҙығыҙ:

Яуап:ҡайын ды, ______________________________________________________________________

4. Көҙгө кейемеңде һүрәтләүҙе дауам итегеҙ:

5. Өҫтәмә эш. Үҙең тураһында 3-4 һөйләм яҙ. _____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Быйыл ҡыш бик һал. ын булды. Тик яҙғы каникулда ғ. на көндәр бер аҙ йыл. нды. Беҙ бер аҙна ял ит. ек. Был ваҡытты бушҡа үтк. рмәнек. Ҡар иреүен, йылғала боҙ китеүен, ағ. старҙың бөрөләнеүен күҙәттек. Башта ҡар аҡрын ирене. Төндә, иртәнсәк һәм кистәрен һыу. ҡ булды. Аҙаҡ туңдырмай башланы.

Каникул көндә. ендә беҙҙең мәктәптең ике уҡыусыһы район үҙәгендә слетта булып ҡайтты. Беҙ бергәләп кино ҡараныҡ, ата-әсәләргә концерт күрһәттек, китаптар уҡын. ҡ. Каникул кү. елле үтте. Хәҙер яңы көс менән уҡый башланыҡ. Беҙ бөтәбеҙ ҙә яҡшы уҡыйбыҙ.

4. Өҫтәмә эш. Үҙеңдең каникулыңды һүрәтлә. _______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Джинсы – кизе-мамыҡ туҡыманан тег. лгән тығыҙ салбар. Уны Леви уйлап табып, эш ке. еме итеп 1853 йылда беренсе тапҡыр донъяға сығ. рған. Тарихсыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, тағы ла итальян матрос. ары ҡаты киндер салбар кейгән. Ул елкән тегеү өсөн елкәнле флот туҡымаһы булған.

Шулай уҡ калын һәм ҡаты кизе-мамыҡтан яһалған туҡыманы Америк. ның Техас штатындағы көтөүселәр (ковбойҙар) кейгән.

Ә х. ҙер джинсы бөтә төр халыҡтың төп һәм модалы кейеменә әүерелде. _______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Источник

9 – сы синыф өсөн башҡорт теленән изложение текстары
план-конспект

Еҙемдең ташыу мәлендә күрше райондарға колхоз төҙөлөштәре өсөн тәғәйенләп ҡыш ҡырҡылған бүрәнәләрҙе ағыҙыу башланды.

Скачать:

Предварительный просмотр:

баш ҡ орт теленән изложение текстары

Был хәл Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булды.

Ҡараңғы төн. Беҙҙең самолет Мартин ҡалаһы эргәһендәге тау өҫтөндә әйләнә. Аҫта сигнал урынына костер тоҡандырғандар. Шунда беҙгә төшөү өсөн майҙан барҙыр. Беренсе самолет экипажының командиры сирена бирҙе.

Беренсе булып самолет бортынан старшина, уның артынан – төркөмдөң комиссары, аҙаҡтан командирыбыҙ һикерҙе. Уларҙан тыш тағы һигеҙ кеше бар ине.
Был – беренсе самолет. Ә мин икенсе самолетта инем. Ергә иҫән-һау төшөүҙе теләп, бер-беребеҙҙе ҡосаҡлайбыҙ. Бына, бер-бер артлы һикереп, төн ҡараңғылығына сумабыҙ.
Был сая егеттәр өсөн дошмандың тылына төшөү яңылыҡ түгел ине. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ, Советтар Союзы территорияһында партизан отрядтарында ҡатнашып, күп кенә тәжрибә туплаған. Мин иң һуңғыбыҙ булып һикерәм.

Беҙҙе Чехославакия ерендә тымыҡ иртә ҡаршы алды. Парашюттарыбыҙҙы төрөп алдыҡ. Махсус парашюттарҙа төшөрөлгән һуғыш припастарын, дошман тылында һуғышыу өсөн партизандарға кәрәк була торған башҡа нәмәләрҙе йыйҙыҡ. Шуларҙы күтәреп, тауҙан аҡрын ғына төшәбеҙ. Түбәндә, тау итәгендә, партизан отрядының базаһы урынлашҡан.
Икенсе көндө үк ҡаты һуғыштар башланды. Фашистар, халыҡ күтәрелешен баҫтырыу өсөн, Моравиянан, Чехиянан яңы көстәр килтергән. Уларҙың һуғыш техникаһы ла, көслө, минометтары ла, уртаса ҙурлыҡтағы танкылары ла бар.

Дошман байтаҡ ҡырылды. Улар, түҙә алмайынса, ҡаса башланы. Беҙҙең һуғышсылар ҡыуа китте, ләкин мин отряд командиры билдәләгән маршрут буйынса барырға команда бирҙем.

Бына шул ваҡытта инде уң флангыла Жилина ҡалаһынан Мартинға килә торған юлдан дошмандың өс танкыһы күренде. Улар, елдереп, туп-тура беҙҙең өҫкә килә. Мартин ҡалаһын тиҙ генә алырбыҙ тип уйлағандар, күрәһең. Ләкин дошман яңылышты. Мин әле гранаталар бәйләмен әҙерләргә тип команда бирергә лә өлгөрә алмай ҡалдым – Валентин Катаев фашист танкыһына ташланды. Беҙҙең был йәш кенә батырыбыҙ фашист тигрынан көслөрәк булып сыҡты. Тик фашист офицеры, люкты асырға өлгөрөп, яна башлаған танкынан ҡулына парабеллум тотҡан килеш ырғып сыҡты ла беҙҙең Валентинға туп-тура төҙәп атты. Егет, ауыр яраланып, янып ултырған танк эргәһенә тәгәрәне. Шул ғынамы әле? Юҡ! Ана, һул флангынан уның өҫтөнә ҡарап тағы бер танк килә. Быныһы уның өсөн бигерәк тә ҙур ҡурҡыныс ине. Уның һуңғы минуттары, һис көтөргә ярамай. “Йәшәү йәки үлем”, тип уйлай ине һуғышсылар.

Ошо ҡурҡыныс минутта словак һалдаты кейемендәге йәш кенә бер һалдат, гранаталар бәйләме алып, танкыға ҡаршы үрмәләне. Бына, бына… һәм, ер тетрәп, көслө шартлау яңғыраны. Икенсе танк та туҡталды, тик словак егете үҙе лә, Валентин кеүек үк, был тигеҙ булмаған алышта ҡаты яраланғайны. Шулай ҙа ул, ҡанға батып булһа ла, үлем ҡурҡынысы аҫтында ятҡан Валентинды пулялар яуып, снарядтар шартлап торған ерҙән һөйрәп алып сыҡты.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

№Лексик темаГрамматик темаДәрес төрөУҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристикаСәғәт һаны.

1. Аңлатма яҙыу Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, урыҫ теле менән бер рәттән, республикал.

БРТ на әзерләнү өчен.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙе.

Укучылар татар теленнән төп дәүләт имтиханында ике тапкыр тексттны тыңлыйлар. Тыңлаганда язып барырга мөмкинлек бар. 1 кат укылгач, 3-4 минут вакыт бирелә. Икенче кат укыла. Аннары укучылар караламада.

Менә берничә ел рәттән инде безнең укучыларыбызга туган телләрдән төп дәүләт имтиханын сайларга мөмкинчелек бирелде.

Источник

КИМы по башкирскому языку (4,7 классы)

4 класс дәүләт теленән ҡушымталар

Ҡабатлау өсөн һорауҙар

Һеҙҙең ғаиләлә кемдәр бар?

Һеҙ ҡайҙа йәшәйһегеҙ?

Ғаиләлә кем ҡайҙа эшләй?

Һинең төп эшең нимә?

Эшҡыуарҙар хикәйәһендә ниндәй һөнәр тураһында әйтелә?

Диктор ниндәй эш башҡара?

Күсереп яҙыу өсөн текстар

Беҙ Башҡортостан тураһында кино ҡараныҡ. Республикабыҙҙың киң ҡырҙарын, ҡалын урмандарын, бейек тауҙарын күрҙек. Һыҙылып аҡҡан Ағиҙел, Ҡариҙел, Һаҡмар, Дим йылғаларына һоҡландыҡ.

Бына Өфө ҡалаһы. Уның киң урамдарында трамвайҙар, автобустар һәм троллейбустар, машиналар йөрөй. Халыҡ та бик күп. Туғыҙ һәм ун ике этажлы өйҙәр, театрҙар, музейҙар, төрлө һәйкәлдәр, фабрикалар, нефть эшкәртеү заводтары Өфөлә бик күп. Картина беҙгә бик оҡшаны.

Минең донъяла башлап күргән нәмәм, башлап тойған нәмәм – әсәйемдеү йөҙө, уның йыры.

Әсә йыры – донъялағы иң бөйөк йыр. Ҡалған башҡа йырҙар ҙа шул йырҙан башлана. Әгәр ҙә сәңгелдәк йыры булмаһа, моғайын, башҡа йырҙар ҙа булмаҫ ине. Ул ваҡытта донъялағы бәхетте лә, шатлыҡты ла кеше тулыһынса аңламаҫ ине. Ул ваҡытта донъялағы бәхетте лә. Шатлыҡты ла кеше тулыһынса аңламаҫ ине. Беҙ әсә йырын оҙаҡ йылдар үткәс тә иҫкә төшөрәбеҙ. Тормошобоҙҙоң ауыр һәм бәхетле көндәрендә лә әсәй йыры беҙҙең менән. ( Ғ. Рамазановтан.)

Декабрь – ҡыштың тәүге айы. Декабрҙә йыш ҡына ҡар яуа. Ҡаты һыуыҡтар башлана. Йәнлектәр һәм ҡоштар ҙур ҡыйынлыҡ кисерә. Мышылар мөгөҙҙәрен ташлай. Төлкөләр ҡуян эҙенән ҡыҙыралар һәм сысҡан эҙләйҙәр. Декабрҙә көндәрҙең иң ҡыҫҡа һәм төндәрҙең иң оҙон ваҡыты. (37 һүҙ).

Яҙ килә. Көндәр йылына башланы. Ҡояш йылмая. Ҡар ирей. Ул көндән-көн йоҡара бара. Ҡыйыҡтан тамсылар тама. Шулай ҙа кискә ҡарай көн һыуыта. Тамсылар ҙа таммай башлай. Иртән тағы ҡояш сығыр, матур яҙғы көн ҡабатланыр. Тиҙҙән йылы яҡтан ҡоштар ҡайтыр. (40 һүҙ).

Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы.Эргәһендә генә Ағиҙел йылғаһы аға. Уға Дим һәм Ҡариҙел йылғалары ҡушыла. Ҡаланың киңматур урамдарында трамвайҙар, автобустар һәм троллейбустар йөрөй.

Баш ҡалабыҙ йылдан-йыл матурлана һәм йәмләнә бара.

7 класс дәүләт теленән ҡушымталар

Нефтте халыҡ ҡара алтын менән сағыштыра. Был юҡҡа ғына түгел. Нефттән төрлө нәмәләр эшләнә. Бензин, кәрәсин, мазут кеүек яғыулыҡ майҙарынан тыш, унан ер ашлау өсөн химикаттар ҙа алына. Беҙҙең күлдәк, костюм, кофта һәм ойоҡбаштарға ла нефттән алынған ептәр ҡушыла.

Башҡортостандың көнбайыш һәм төньяҡ райондарында нефть ятҡылыҡтары табылды. Ҡаланың тирә-яғында нефть вышкалары һәм газ факелдары күп. Был ҡаланы, нефть һәм Кама йылғаһына арнап, Нефтекама тип атанылар. (75 һүҙ) (“Аманат” журналынан.)

Республикабыҙҙың Салауат районында Янғантау шифаханаһы урынлашҡан.

Унда ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ эҫе пар һәм газ сығып ята. Тау 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, ләкин әлегә тиклем уның сере асылғаны юҡ.

Янғантау шифаханаһында быуын ауырыуҙарын дауалайҙар. Тау янында Ҡорғаҙаҡ йылғаһы аға. Был шишмә ҡышын да туңмай. Ундағы һыуҙың температураһы йыл әйләнәһенә 16-18 градус була. Һыуы шифалы: ашҡаҙан-эсәк һәм бөйөр ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла. (66 һүҙ) (Мәктәп календарынан.)

Шәжәрә – ырыу тарихының йылъяҙмаһы. Башҡорттарҙа борон-борондан ырыу шәжәрәһен яҙыу һәм уны һаҡлау йолаһы йәшәгән. Шәжәрәгә ырыуҙың ирҙәр исеме генә индерелгән һәм уларҙы иҫтә тотоу талап ителгән. Нәҫел-ырыу тураһындағы мәғлүмәттәр ныҡлы һаҡланылған, быуындан быуынға аманат рәүешендә ҡалдырыла килгән.

Үҙеңдең шәжәрәңде белеү ғәҙәте башҡорттарҙа бик борондан һаҡланып килгән, элек 7 быуыныңды белеү ғәҙәти хәл булған. Хатта ата-бабаларын 10-12 быуынға тиклем белеүселәр бар.

Халыҡ тарихын өйрәнеүҙә шәжәрәләрҙең әһәмиәте бик ҙур. (68 һүҙ.) (Мәктәп календарынан. )

Ағиҙел – республикабыҙҙың иң ҙур йылғаһы. Урал тауы итәгенән башланып, ул Башҡортостан аша 1400 километр самаһы ер үтә һәм бик күп йылғаларҙыңһыуын үҙенә йыя. Ағиҙел буйында Белорет, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Бөрө ҡалалары теҙелгән. Колхоз, совхоз баҫыуҙары йәйелеп ята.

Ағиҙелдә иген, ағас, нефть һәм пассажирҙар тейәгән ҙур пароходтар, теплоходтарбаржалар, катерҙар йөрөй. Йылғаның аҡ тулҡындарына, бейек ҡаяларына, унда үҫкән ҡалын урмандарына, йәшел туғайҙарына һоҡланмаған кеше юҡ. Бына ниндәй ул йылғалар әсәһе Ағиҙел! (76 һүҙ.) (Башҡортостан календарынан.)

Үҙегеҙ белгән бер мәҡәл өҫтәп яҙығыҙ.

Мөнәсәбәт һүҙҙәр, ымлыҡтар ҡулланып 3 һөйләм яҙығыҙ.

Икмәк тураһында уйҙар

Беҙҙең илебеҙ икмәккә бай. Магазиндарҙа төрлө печенье, булка, бойҙай һәм арыш икмәктәре тулып ята. Икмәк – ул йәшәү көсө, бөйөк бәхет!

Ләкин игенде үҙе үҫтермәгән, аслыҡты бер ҙә күрмәгәнҡайһы берәүҙәр икмәктең ҡәҙерен белмәй. Урамдарҙа икмәк һыныҡтарын типкеләгәнде күрергә мөмкин. Шуға беҙҙең, оло быуын кешеләренең, эсе боша, күңеле әрней.

Икмәк – бөтә халыҡ байлығы.Уны ҡәҙерләргә, хөрмәтләргә, һаҡларға кәрәк! (61 һүҙ.) (А. Гиталовтан.)

Тауҙар. Ниндәй генә серҙәр, ниндәй генә легендалар ятмай икән һеҙҙең ҡуйынығыҙҙа? Ә йөрәгегеҙҙә борондан ҡалған сихри моң һайлайһығыҙ.

Миңә беҙҙең Таштау ҙа бик серле тойола. Уны икенсе төрлө ултырғыслы тау тип йөрөтәләр. Эйе, ундағы бәләкәйерәк таштар, ысынлап та, ултырғысҡа, ә ҙурыраҡтары өҫтәлгә оҡшаған. Шул таштарға ултырып, һалдаттар ял иткәндәр. Тауҙың теге яғы шундай текә, хатта атлап төшөп тә булмай, тәгәрәп түбәнләйһең. Уның ауылға ҡараған яғында бер генә ағас та юҡ, ә икенсе яғы – урманлыҡ. Әгәр Таштауҙың иң бейек урынына менһәң, бөтә тирә-яҡтағы ауылдар күренә. (“Йәншишмә” гәзитенән.)

Источник

Видео

Несколько часов башкирских песен - ретро

Несколько часов башкирских песен - ретро

ЯҢЫ БАШҠОРТ ЙЫРҘАР 2022 // Новые песни на башкирском 2022 // Новогодняя дискотека на башкирском

ЯҢЫ БАШҠОРТ ЙЫРҘАР 2022 // Новые песни на башкирском 2022 // Новогодняя дискотека на башкирском

ХИТЫ НА БАШКИРСКОМ! Любимое ретро в современной обработке от Ильяса Киньягулова и Рафиса Ишбаева

ХИТЫ НА БАШКИРСКОМ! Любимое ретро в современной обработке от Ильяса Киньягулова и Рафиса Ишбаева

Красивые Башкирские песни(Beautiful Bashkir songs)

Красивые Башкирские песни(Beautiful Bashkir songs)

Башкирские клипы | Сборник на 43 минуты!

Башкирские клипы | Сборник на 43 минуты!

Бесплатные курсы на башкирском языке! Первый урок: Особенности башкирского языка. Башҡорт теле

Бесплатные курсы на башкирском языке! Первый урок: Особенности башкирского языка. Башҡорт теле

Башҡортса яратҡан йырҙар. Башкирские песни.

Башҡортса яратҡан йырҙар. Башкирские песни.

Башкирский мультфильм БАЛАЛАР Серия 1 ЦВЕТА

Башкирский мультфильм БАЛАЛАР Серия 1 ЦВЕТА

шесть часов татарской и башкирской музыки

шесть часов  татарской и башкирской  музыки

Теремок (Тирмәкәй). Русская народная сказка на башкирском языке

Теремок (Тирмәкәй). Русская народная сказка на башкирском языке
Поделиться или сохранить к себе:
Добавить комментарий

Нажимая на кнопку "Отправить комментарий", я даю согласие на обработку персональных данных, принимаю Политику конфиденциальности и условия Пользовательского соглашения.