Инша «М. Акмулла»
«Республикамды данлайым» иншалар конкрусына инша. Яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа, аңға, белемгә әйҙәүсе мөғәллимгә арналған.
Скачать:
Предварительный просмотр:
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
городского округа город Уфа
“Пою мою республику!”
Ученица: 8б класса Хамматова Радмила
Руководитель: Нигматуллина Алия Ахатовна
учитель башкирского языка и литературы
Өфө ҡалаһы ҡала округының
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Инша: “Мифтәхетдин Аҡмулла ”
Уҡыусы: 8б класс уҡыусыһы Хамматова Радмила
Уҡытыусы: Насирова Әлиә Әхәт ҡыҙы
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Аҡмулла- 19-сы быуат башҡорт әҙәбиәтендә иң билдәле мәғрифәтсе шағырҙарҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта яҡтылыҡҡа, яңылыҡҡа ынтылыусы мөғәллим сифатында ла ул ғәйәт яҡты эҙ ҡалдырған. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ халыҡтарының мәғариф тарихында уның исеме туған телдә уҡытыуҙы ғәмәлдә хәл итүсе эшмәкәр булараҡ та әһәмиәтле урын алған.
Аҡулла тик башҡорт ерлегендә генә күтәрәлеп сыҡҡан шағир түгел. Башҡорттар араһында башҡортса шиғыр, ҡобайыр әйткән, ҡаҙаҡтар араһында өләң сығарған. Башҡорттар уны сәсән теле шағир итеп һанаған, ҡаҙаҡтар аҡын итеп таныған. Аҡмулланың “башҡорттарым!” тип өндәшәүе лә, «ҡаҙағым!» тиеүе лә берҙәй тәбиғи яңғырай.
Аҡмулланың шиғриәте бик күп яҡлы. Уның бай йөкмәткеле, тәрән мәғәнәле булыуҙары менән айырылып тора. Күп ер-һыу кисеп, күп кешеләр күреп, уның донъяла барған хәлдәргә ҡарата үҙ ҡарашы формалаша. Аҡмулла ни тураһында ғына яҙмаһын, уның төп иғтибары һәр саҡ әхлаҡ, ғилем, мәҙәниәт мәсьәләләренә ҡайтып ҡала.
Уның шиғриәтенең тағы бер үҙенсәлекле яғы шунда: шағир боронғо сәсәндәрҙән килгән традиция-халыҡҡа туранан- тура поэтик мөрәжәғәтте, йәғни шиғри хитап алымын, киң ҡуллана. Яу килгәндә, илдә афәт ҡупҡанда халаҡҡа мөрәжәғәт иткән сәсәндәр һымаҡ, үҙ яугирҙарын ирек, азатлыҡ өсөн көрәшкә өндәгән Салауат шикелле, халыҡтың яҙмышын, киләсәген хәл итер көсөргәнешле ваҡығалар эсендә ҡайнап, Аҡмулла, яҡтылыҡҡа,хөр тормошҡа саҡырып, хитаптар иткән. Шуларҙың иң-иң күренеклеләренең береһе-«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» әҫәре.
Ошо шиғырында Аҡмулланың мәғрифәтселек ҡараштары сағылған- ул уҡырға, белем алырға саҡыра:
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк!»
Аҡмулла үҙенең әҫәрҙәрендә кешене яҡшылыҡ өлгөһендә тәрбиә итеүҙе, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләрен алғы планға ҡуя. Яҡшы холоҡ, әҙәплек, аҡыллылыҡ ҡына кешене итә, һәйбәт, бәхетле йәшәүгә илтә ала, тип иҫәпләй ул.
Аҡмулла аҡыллы, Аҡмулла һабаҡтары беҙҙең өсөн, беренсенән, башҡорт шиғриәтенең бүтән халыҡтарҙы ла таң ҡалдырырлыҡ юғары ҡаҙанашы, классик өлгөһе булһа, икенсенән, ул-беҙҙең милли мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө, ысын мәғәнәһендә тормош һабағы, әҙәм балаларының яралы күңеленә йыуаныс һәм тыяныс.
Аҡмулла шиғырҙарында ваҡиғалар үҫтерелеше лә ирекле йә иһә бөтөнләй юҡ. Күпселек осраҡтарҙа уның шиғырҙарында һәр бер айырым строфа сағыштырмаса үҙ аллы мәғәнә йөрөтә, уларҙың берәүһе йәки бер нисә строфа төшөп ҡалғанда ла, әҫәрҙең дөйөм структураһына, бөтөнлөгөнә зыян килмәй.
Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр
Юҡтыр унда әүлиәлек, кәраматтәр.
Әҫәрҙең пафосы көслө художестволы һүрәтләү саралары ярҙамында төҙөлә. Шиғыр эпитеттарға бай: «аңғыра айыу», «ҙур афәттәр». Сағыштырыуҙар ҙа бар: «аңғыра айыуҙан урмандағы ҡурҡҡандай» һәм метафоры «Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам, тиһәң». Автор халыҡ тормошонда яҡтылыҡҡа, донъяуи үҫешкә өлгәшеү өсөн белемдең, ғилем-һөнәр хәл иткә көсөн шиғырҙың шундай юлдпрында асып бирә:
“Белемлек- арыҫландан көслө батыр,
Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай».
Шулай итеп, Аҡмулла- үҙе бер поэтик мәктәп барлыҡҡа килдергән шағир. Һәр юлы, һәр строфаһы үҙе бер мәҡәл, афоризм булып яңғырарлыҡ шиғри гәүһәрҙәре менән, Көнсығыш классикаһы, халыҡтың быуаттар төпкөлөнән килгән гүзәл поэтик традицияларынан һутланып үҫеп сыҡҡан ҡабатланмаҫ ижады менән ул башҡорт әғәбиәте тарихында иң лайыҡлы урындарҙың береһен алып торорлоҡ поэтик һәйкәл ҡалдырҙы.
Аҡмулла исеме быуаттар дауамында халыҡ хәтерендә һаҡлана һәм һаҡланасаҡ. 1911-1916 йылдарҙа Ырымбур губернаһы Троицк ҡалаһында шағир исеме менән «Аҡмулла» сатирик журналы сыға. 1981 йылда шағирҙың тыуған ерендә, Миәкә районының Туҡһанбай ауылында, Аҡмулланың музейы асыла. 1989 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре өсөн Аҡмулла исемендәге премия булдырыла. Уның лауреаттары:Р. Шәкүр, Ә. Вилданов, В. Ҡунаҡфин, Р. Солтангәрәева, Р. Сәхәүетдинова, Ғ. Шафиҡов, З. Исмәғилев, һ. б. 2006 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетына Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә.
Аҡмулла шиғырҙары бөгөнгө көндә лә халҡыбыҙҙы яңылыҡҡа ынтылырға, белем үрҙәрен яуларға өндәй. Был, әлбиттә, шағир ижадының бөйөклөгө тураһында һөйләй.
Акмулла (сочинение)
Сочинение о знаменитом просетителе М. Акмуллы, в честь которого назван педагогический университет
Скачать:
Предварительный просмотр:
Мифтахетдин Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы.
Шағир ҙа күп ерҙә, йырсы ла күп,
Тик Аҡмулла берҙән-бер бит ул.
Быуаттарҙан алып быуаттарға,
Нурҙар сәсеп торор ир бит ул.
Ысынлап та, Мифтахетдин Аҡмулла исемен ишетеү менән күҙ алдына аҡыллы, тәртипле, итәгәтле ир килеп баҫа. Аҡмулла ижады менән танышҡас, шундай фекер тыуа: ул ни тураһында ғына яҙмаһын, иғтибары һәр саҡ бер нәмәгә – әхлаҡ, ғилем, мәҙәниәт мәсьәләләренә ҡайтып ҡала. Мәҙәниәттең нигеҙе – ғилем, әхләҡи сафлыҡ.
Башҡорт халҡының күренекле улы Аҡмулла үҙенең ҡабатланмаҫ ижады, ялҡынлы өндәүҙәре менән әҙәбиәтебеҙ күгендә яҡты йондоҙ булып балҡый. Уның «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» тигән һүҙҙәре актуаллеген бөгөнгө көндә лә юғалтмай.
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!
Быйыл бөйөк сәсән, халыҡ мәғрифәтсеһе тыуыуына 185 йыл. Аҡмулла – үҙенең тәрән халыҡсан, юғары художестволы, халыҡтың иң изге хыял һәм ынтылыштарын сағылдырған поэтик ижады менән киң массаларҙың мөхәббәтен яулаған шағир. Ғөмүмән, Аҡмулланың донъяға ҡарашында әхләк мәсьәләләре, эстетик, этик тәрбиә мәсьәләһе ҙур урын алып тора, мәғрифәтсе булараҡ, ул халҡының киләсәген туранан – тура шуға бәйләп аңлата.
Милләттең алға китешен, мәҙәниәттең сәскә атыуын, ғөмүмән, бөтөн бер халыҡтың бәхетле тормошон айырым күренекле шәхестәргә бәйләп аңлатыу – мәғрифәтселектең төп һыҙаты. Миңә бигерәк тә Аҡмулланың «Егетлек хасиәте – мәғрифәттә» шиғыры үҙенең идея-тематик йөкмәткеһе менән оҡшай.
Ысынлап та, тик аҡыллы, уҡымышлы һәм мәҙәниәтле кешеләр генә киләсәктең ышанысы һәм терәге, ә был турала Аҡмулла нисә тиҫтә йылдар элек үк дөрөҫ күҙаллаған.
Шағир Мифтахетдин Аҡмулла 19 быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле вәкиле. Ул яңы типтағы мәғрифәти әҙәбиәтте үҫтереп ебәреүҙә ғәйәт ҙур роль уйнай.
Тура һүҙле, халыҡ ғәменә, ил фекеренә тоғро күңелле булғаны өсөн дә Аҡмулланың тормош юлы бик ауыр һынауҙар һәм ҡаршылыҡтар аша үтә. Ошо уҡ сифаттары арҡаһында ул 1867 – 1871 йылдарҙа ялған ялыу буйынса төрмәгә ултырып сыға. Зиндан тормошоноң ҡот осҡос картиналарын һүрәтләп, шағир бөтөн йәмғиәттең ытырғаныс яҡтарын асып һала, уның фондында йәмғиәттә барған изгелек һәм яуызлыҡ, рәхимһеҙлек һәм гуманлыҡ, иҫкелек һәм яманлыҡ араһындағы мәңгелек алышты күрһәтә.
Аҡмулла һабаҡтары беҙҙең өсөн бер яҡтан, башҡорт мәғрифәтенең бүтән халыҡтарҙы ла таң ҡалдырырлыҡ юғары ҡаҙанышы, классик өлгөләренең береһе булһа, икенсенән, ул беҙҙең милли әҙәбиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө ул. Ул ысын мәғәнәһендә тормош һабағы.
Аҡмулланың бар булмышы менән халыҡ шағиры булды. Йылдар үтеп, мәшһүр шағирҙы тыуҙырған дәүерҙән алыҫлаша барған һайын Аҡмулла һынының мөһабәтлеге, ул сәсеп ҡалдырған гүзәл шиғри ынйыларҙың күркәмлеге тағы ла асығыраҡ күренә. Уның поэтик ижады бөгөн дә, ҡабатланмаҫ бер моң булып, халыҡ күңелендә йәшәй, йәш быуынды дөйөм кешелеклелек, гуманизм рухында тәрбиәләүҙә, кешеләргә әҙәплелек, сабырлыҡ, кеселеклелек, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыш, эстетик зауыҡ күндереүҙә әүҙем ҡатнаша.
Ул үҙенең бөтә ғүмере буйы башкорттар, татарҙар, ҡаҙаҡтар, араһында уларҙың ғалим бер серҙәше булып, дәртле бер мәғрифәтсе улы булып йәшәне. Ул илдән-илгә, ҡаланан-ҡалаға, ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйүгә күсә йөрөп ижад итте.
Аҡмулла ижадындағы Тыуған ил, туған халыҡ төшөнсәһе, патриотизм, юғары гражданлыҡ тойғоһо башҡорт халыҡ поэзияһынан, героик эпостарҙан килгән тыуған Уралды һаҡлау, ирек, азатлыҡ өсөн көрәш кеүек яңғырашлы. Аҡмулла ҡабатланмаҫ ижады менән башҡорт әҙәбиәте тарихында иң лайыҡлы урындарҙың береһен алып торорлоҡ поэтик һәйкәл ҡалдырҙы. Аҡмулланың фәһемле һүҙҙәре бөгөнгө көнгә тиклем дә, бөгөнгө көндә лә һәм киләсәктә лә мәғәнәһен юғалтмай.
Һин донъяға рәхәт кенә
Йәшәү өсөн тыумағанһың,
Ғүмерең буйы сәйәхәттә
Йөрәгеңдән урғылған моң
Ул үтә лә ҡайнар булған.
Изге күңелдәргә шундуҡ
Яҙ наҙҙары булып тулған.
Әйҙәгәнһең яҡты юлға,
Өндәгәнһең гел яҡшыға…
Тереләрҙән тере булып
Йәшәйһең һин ана шуға!
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ӨФӨ ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫ
ДӨЙӨМ МӘҒАРИФ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Мифтахетдин Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы.
Башҡарҙы: Әхмәтьәнова Карина,
9 Г синыфы уҡыусыһы
Тикшерҙе: Ә хмәтова Регина Илфат ҡыҙы,
башҡорт теле уҡытыусыһы
МУНИЦИПАЛЬНОЕ АВТОНОМНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ ШКОЛА № 37 ОКТЯБРЬСКОГО РАЙОНА ГОРОДСКОГО ОКРУГА ГОРОД УФА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Күгәрсен районы муниципаль районының Йомағужа 1-се урта
дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф учреждениеһы
(“Республикамды йырлайым” конкурсына)
Ғәликаева Азалиәнең иншаһы
Ир-егеттең аҫылы эшендә танылыр тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер боронғо аҡыл эйәләре. Ысынлап та, М. Аҡмулла башҡорт ижтимағи фекере, культураһы һәм әҙәбиәте үҫешенә яңылыҡ өҫтәүсе, оло фекер эйәһе булараҡ тарихҡа инеп ҡалған бөйөк шәхес.
Ул илдән илгә, ҡаланан ҡалаға, ауылдан ауылға, йәйләүҙән йәйләүгә күсеп йөрөп ижад иткән. Үҙенең шиғырҙарын баҫтырып сығарыу өсөн яҙмаған. Сәсәнлек таланты уға шиғырҙарҙы бер ниндәй әҙерлекһеҙ ирекле импровизация рәүешендә ижад итергә мөмкинлек биргән.Уның сәсәнлек һәләте ҡаҙаҡ аҡындары, башҡорт шағирҙары менән бәйгелә (әйтештә) айырыуса асыҡ сағыла.
Аҡмулла туған башҡорт телен генә түгел, ҡаҙаҡ, татар телдәрен дә,шул осор яҙма әҙәби тел- төркиҙе лә, шулай уҡ ғәрәп, фарсы, рус телдәрен дә яҡшы белгән.Ул үҙе ижад иткән әҫәрҙәрен төркисә теркәп барһа, импровизация рәүешендә сығарған шиғырҙарын башҡорттар араһында башҡортса, ҡаҙаҡтар араһында ҡаҙаҡса әйткән.
“ Мулла”төшөнсәһенә Аҡмулла иң элек ғалим кеше, ғилем, аҡыл эйәһе тигән мәғәнәне һала. Мулламын тигән кеше иң әүәл донъяуи ғилемгә,һөнәргә эйә булырға һәм йәш быуынды ла шул рухта тәрбиәләргә тейеш. Аҡмулла үҙе лә сәсән-шағир ғына түгел, башҡа оҫталыҡтарға ла эйә булған. Балаларҙы үҙ туған телендә заманса уҡытырға һәм тәрбиәләргә тырышҡан. Шуға ла ҡаҙаҡ дуҫтары уға “Аҡ мулла” тигән исем ҡушҡандар. Был ҡушамат шағирҙың изге күңелле, саф йөрәкле, ғилемле һәм һөнәрле кеше икәнен аңлата.
Бөтә аңлы ғүмерен халыҡ араһында үткәргән М. Аҡмулланың ижады хеҙмәтсән халыҡтың тормош-көнкүрешенә, теләк-ынтылыштарына, уй-хыялдарына үтә яҡын булыуы менән айырылып тора.Үҙенең тәрән тамырҙары менән был ижад халыҡтың изгелек һәм яуызлыҡ, һөйөү һәм нәфрәт, әхлаҡи камиллыҡ һәм әшәкелек, донъяның матурлығы һәм ҡатмарлығы хаҡындағы уй-ҡараштарына барып тоташа. Шуға ла башҡорттар Аҡмулланы сәсән-шағир итеп һанаған.Ул ғүмере буйына халыҡтың ҡараңғы тормошта михнәт сигеп йәшәүенең сәбәптәре тураһында уйлана.Үҙе гиҙгән, үҙе йәшәгән бөтә ерҙә лә халыҡтарҙың берҙәй аяныс яҙмышҡа дусар булыуын күреп йөрәге әрней, бай-түрәләрҙең яуызлығын, ҡомһоҙлоғон күреп нәфрәтләнгән һәм шул хис-тойғоларын шиғыр юлдарына һалған.Бар михнәт –ғазаптарҙың сәбәптәрен тормоштан түгел, ә кешенең үҙенән генә эҙләй, бөтәһен дә уның наҙанлығына ҡайтарып ҡалдыра.Ул нимә тураһында яҙһа ла- ярлы- ябағаның ауыр тормошо, байҙарҙың рәхимһеҙлеге, тәбиғәт һәм кеше, йәшәүҙең мәғәнәһе, рухи байлыҡ тураһындамы- һәр саҡ бөтәһен дә аң-белем, ғилем-һөнәр мәсьәләләренә килтереп бәйләй. Аң –белемгә, һөнәргә эйә булыу юлы менән яҡшылыҡҡа, бәхеткә ирешеп була тигән ныҡлы фекергә килеп, иң беренселәрҙән булып туған халҡына: “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” тип мөрәжәғәт итә:
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк,
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!
Бында автор күтәрелгән проблемаларҙың мөһимлеген халыҡтың зиһененә мөмкин тиклем тормошсан, образлы, иң мөһим етди уйланырлыҡ, сәменә тиерлек итеп еткереү ниәте менән уларҙы фәлсәфәүи рәүештә яҡтыртырға тырыша.
М.Аҡмулла бер яҡтан мәғрифәтселек проблемаларын үҙәккә ҡуйһа, икенсе яҡтан-әхлаҡи- тәрбиә мәсьәләләре. Сәсән-шағир өсөн донъялағы иң ҡиммәтле, ҡәҙерле нәмә- кешенең күңел донъяһы, уның сафлығы.
Иң әүәл паҡлау кәрәк эстең керен,
Эстә тулып ятмаһын һаҫыҡ эрен.
Аһ дәриға! Эс таҙарһын, эс таҙарһын,
Булмаһа файҙа бирмәҫ ҡоро белем.
Кешенең кешелеген, ысын ғилемлеген уның аң –белеменә генә түгел, әҙәплегенә, ғәҙеллегенә, яҡшылығына һәм кешелеклегенә лә ҡарап баһалай һәм ҡан-ҡәрҙәштәрен шул сифаттарға эйә булырға өндәй:
Ғүмереңде яҡшыларға һөйкәлеп үт-
Һәр аулаған ереңдә бер төн ҡалһын,
Ғәҙеллек ҡыл, әгәр ҡунһа башыңа баҡ
Мин-минлек ҡылма аслан, менһәң дә таҡ.
Шулай итеп, М. Аҡмулла беренсе урынға “инсан” төшөнсәһен ҡуя һәм күңел сафлығы, намыҫ, аҡыл, сабырлыҡ, ихласлыҡ кеүек сифаттарҙы уның менән айырылғыһыҙ бәйләнештә ҡарай.Уныңса, кешенең иманһыҙлығы михнәт эсендә йәшәүенең төп сәбәпсеһе. Шуға ла сәсән-шағир ҡан-ҡәрҙәштәрен тыштан ғына түгел, эстән дә матур булырға саҡыра. Шул сағында ғына ғәҙелһеҙлектәр,тигеҙһеҙлектәр бөтөр тигән фекерҙе күҙ уңында тота.
Кешенең күңел паклығын Аҡмулла иң ҙур хазина тип иҫәпләй.Ул,тик рухи байлыҡҡа ғына ҡыҙығырға лайыҡлы, ә байырға тырышыу шәхестең боҙолоуына алып килә, ти.Әҙәми заттың шул хәҡиҡәтте аңлау, ҡыҫҡа ғына ғүмер юлын, тормошта үҙ урынын табып, мөмкин тиклем мәғәнәле итеп уҙғарыуы бик мөһим.
Бына ошондай фәлсәфәүи ҡараштар менән һуғарылған Аҡмулла ижады. Сәсән- шағирҙың бындай уйланыуҙары үҙ быуын кешеһенә генә түгел, йылдар, быуаттар үтеүенә ҡарамаҫтан,әле лә бик актуаль яңғырай. Сөнки әхлаҡ, рухи аңһыҙлыҡ кеүек мәсьәләләр йәшәгән һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә лә йәшәй бирә.Был инде бөтә кешелеккә хас етешһеҙлектер, моғайын.
Ә бына ошоно аңлап, яҡшылыҡҡа әйҙәүсе Аҡмуллаларыбыҙ ҡоромаһын ине, һәм Аҡмулла кеүек оло фекер эйәләре, мәшһүр сәсән-шағирҙары онотолмаһын, беҙҙе яҡты киләсәккә өндәүсе маяҡ булып мәңге балҡыһындар.
Аҙ ғына дәресем бар ҡыш ваҡытты,
Китап ҡарау ғәҙәтебеҙ буш ваҡытта.
Беҙҙән дә белем ишеге бикләнгәне юҡ ,
Аңлайбыҙ кәйеф килгән хуш ваҡытта.
( 185 лет со дня рождения Мифтахетдина Акмуллы,
Шағир ҙа күп ерҙә, йырсы ла күп,
Быуаттарҙан алып быуаттарға,
Нурҙар сәсеп торор ир бит ул.
Һәр халыҡтың шундай улдары һәм ҡыҙҙары була, уларҙы шул халыҡтың вәкилдәре үҙ төбәктәрендә, үҙ илендә генә түгел, бәлки, сит ерҙәрҙә лә ғорурлыҡ тойғоһо менән телгә ала, уларға таянып, башҡалар кеүек үк, тыуған ере һәм халҡы, уның үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында һис кенә лә кәмһенмәй һәм тартынмай һүҙ әйтә ала.
Миәкә еренең йәмле Дим буйындағы Туҡһанбай ауылында тыуған, ауыр тормош юлы үтеүгә ҡарамаҫтан, саф күңелле булып ҡалған, белемле булыуҙы байлыҡ тип һанаған – яҡтылыҡ йырсыһы Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмуллаға бағышлап инша яҙыуыма бик шатмын.
Мифтахетдин Аҡмулла – үҙ халҡының рухи тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған бөйөк шәхестәрҙең береһе. Уның ҡабатланмаҫ яҡты һыны халыҡ күңелендә мәңгегә уйылып ҡалған, халыҡ хәтеренә алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Ул башланғыс белемде атаһынан ала, һуңынан мәҙрәсәләрҙә уҡыуын дауам итә, сит телдәрҙе өйрәнеүҙе лә үҙенә маҡсат итеп ҡуя. Аҡмулланың шағирлыҡ һәләте бик иртә уяна. Мәҙрәсәлә уҡығанда уҡ бай шәкерттәргә, муллаларға арнап, төртмә телле шиғырҙар сығарыуы хаҡында иҫтәлектәр һаҡланған. Ләкин улар бөтәһе лә беҙҙең көндәргә тиклем килеп етмәгән.
Аҡмулла ғүмеренең ҙур өлөшөн башҡорт, ҡаҙаҡ донъяһында уҡытыусылыҡ итеп үткәргән. Һәр ерҙә халыҡ уны үҙ кешеһе итеп ҡаршылаған. Шуға ла уның ижадында башҡортҡа башҡортса, ҡаҙаҡҡа ҡаҙаҡса булып күренгән үҙенсәлектәр ярылып ята. Аҡмулланың башҡорттарым тип өндәшеүе лә, ҡаҙағым тиеүе лә берҙәй тәбиғи яңғырай. Шағир күп телдәрҙе үҙләштергән, ғәрәп, фарсы, рус телдәрен дә яҡшы белгән һәм:
Хәл етһә, төрлө фәнде күргән я ҡ шы,
Камилдар ҡ атарына кергән я ҡ шы.
Русса у ҡ ып ҡ ына түгел белмәк,
Хәл килһә, французса белгән я ҡ шы – тип аң – белемгә өндәгән. “Уралым” тип тәү тапҡыр яуға күтәрелгән Салауаттан һуң “Башҡорттарым” тип тәү тапҡыр туған халҡына мөрәжәғәт иткән Аҡмулла тормошо һәм ижады беҙҙең өсөн дә ифрат әһәмиәтле. Салауаттан һуң Аҡмулла үҙенең ижадын ер тормошон күрһәтеүгә, ә “фани” донъя кешеһенең теләген, тойғоһон, уның аҡыл үҫешен һәм алға ынтылышын сағылдырыуға биргән иң ҙур шағир ул.
Аҡмулла дин әһелдәренә, наҙан муллаларға һәм шәриғәт һағында тороусы, мәғрифәт юлын быуып ятыусы башҡа әҙәмдәргә нәфрәтен һис йәшермәйенсә әйтә. Ул үҙенең бөтә ижадын ошо иҫкелеккә йәбешеп ятыусы муллаларҙан көлөүгә, бындай кешеләрҙең, халыҡты ағартыу урынына, киреһенсә, уның аңын томалауға ғына булышлыҡ итеүен фашлауға йүнәлтә. Был бигерәк тә шағирҙың замана муллаларына арнап яҙылған шиғырҙарында асыҡ күренә:
Ғилем һүҙгә ҡолаҡ һалып, ҡотлау ҙа юҡ,
Белә тороп, бүтән юлға атлау ҙа юҡ,
Вә ләкин күңелдәре боҙоҡ ирҙәр
Һәр кемде хурлауға бар, маҡтауға юҡ.
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк! – тигән юлдары миҫал булып тора.
“ Аҡыл” шиғырында кешенең аҡылын данлай, уны баһаларға саҡыра, кешенең ниндәй дәрәжәлә булыуға ҡарамаҫтан, аҡылға эйә булыуҙы өҫтөн ҡуя:
Мәртәбәне тапҡандар ауға эләгәләр,
Нәсихәт ҡылһаң, кңнмәй, ҡарышалар.
Агҡа ынтылып йөрөгәндә бәхет тапһа,
Тиңмен тигән юлдашын таба алмайҙыр,-
тип яҙа. Ул кешеләр бик аҡыллы булһалар ҙа яңғыҙлыҡ кисерәләр, тиңмен тигән тиңдәшен таба алмайҙар ти. Наҙан менән күпме дуҫ булып йәшәһәң дә, тутланырһың, уларға һис ҡасан осрамағыҙ, күберәк хеҙмәт итегеҙ, яҡшы уй менән йәшәгеҙ, шунда атайың ҡушҡан исем менән йәшәрһең, дәрәжәң артыр, яҡшы ниәт һәр саҡ яҡшылыҡҡа тартыр.
Күп кенә әҫәрҙәре иҫкелеккә, кире күренештәргә, уҡыу өлкәһендә үҙгәртеп ҡороуҙар кәрәк икәнлеге тураһында. Ошо көрәшеүен наҙан муллалар, ҡомһоҙ байҙар менән бәхәсендә һүрәтләй. Мәҫәлән, “Заман ғалимдарына” тигән хитабында наҙанлыҡты, әҙәпһеҙлекте белдерергә тырыша. Муллаларҙың тыштан ялтырауы, эгоист, алдаҡсы, көнсөл, ҡомһоҙ һәм яуыз булыуҙары герой күңелендә ауыр тойғолар уята.
Минеңсә, уның ижадындағы шиғырҙары күбеһе өгөт-нәсихәткә ҡоролған, уларҙа белемгә, сафлыҡҡа, ғәҙеллеккә саҡырыу ҙур урын алған. Был йәһәттән халыҡты өндәү – хитаптарҙы әйтеп үтергә кәрәк.
“ Егетлек хәсиәте – мәғрифәттә” шиғырында дәүләт мәнфәғәте менән янып, халыҡты, донъяны мәғрифәткә өндәй, егеттәрҙе әүҙемлеккә саҡыра. “Байҡаһаҡ, араһында айырма күп, буламы йоҡо менән уяу берҙәй?”. “Буламы наҙан берҙәй белгән менән?”, “Эҙләһәң, табылалыр эҙләгәнең, белем ал белемгә дуҫлашҡан менән”. “Егеттәр, хәбәрҙәр бул замананан, һыйырҙан артыҡ түгел наҙан әҙәм”, “Ниңә беҙ хур булабыҙ башҡа йорттан – беҙ ҙә бит тыуып үҫтек ата-ананан?” тигән һорау ҡуйып, “Замана ҡалай булһа – барыу шулай, сығайыҡ шул тарихтан аҙаштырған”, тип һанай. Башҡа илдәрҙән ҡалышмаҫҡа, аң-белемле булырға әйҙәй. Шуға уның шиғырҙары үҙенән һуң килгән шағир, сәсәндәрҙе лә үҙе менән һоҡландыра.
Йәшәү азатлығы, һүҙ азатлығы; мәғрифәтселек, көрәш; халыҡҡа хеҙмәт итеү, уларға ярҙам итергә ынтылыу. Ошондай һүҙҙәр менән Мифтахетдин Аҡмулланың, шағирҙың, мәғрифәтсенең, уҡытыусының, көрәшсенең, ер йөҙөндә билдәле бер эҙ ҡалдырыусының тормош юлына характеристика бирергә мөмкин булыр ине.
Матбуғат биттәрендә бөйөк шәхесебеҙҙең башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны әленән – әле яҡтыртыла. Йыл һайын Аҡмулла көндәре уҙғарыла, ижады мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында өйрәнелә, әҫәрҙәре сәхнә түрҙәрендә, һабантуй, шиғриәт байрамдарында яңғырай.
Мин халҡыма өндәшер инем. Мифтахетдин Аҡмулла ла бит бәхетте белем алыуҙа күргән.Әйҙәгеҙ, белемде күберәк алайыҡ! Үҙ бәхетебеҙҙе табайыҡ!
Беҙ, киләсәк быуын, ошондай көслө рухлы кешеләргә тиңләшергә тырышырбыҙ. Һүҙемде йомғаҡлап, шиғыр юлдары менән бөтөрөп ҡуям:
ХlХ быуаттың бөйөк мәғрифәтсеһе, шағир. Аҡмулла ижады башҡорт, ҡаҙаҡ, татар әҙәбиәте үҫешенә йоғонто яһай. Башҡорт яҙма әҙәбиәтенең тәүге сатирик шағиры ла ул.
Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов (Аҡмулла) 12-се Башкорт кантоны Күл иле Мең олосо Туҡһанбай ауылында (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районына ҡарай) аҫаба башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫә. Күрше Мәнәүезтамаҡ, Әнәс ауылы мәҙрәсәләрендә уҡый. XIX быуатта бөтә Рәсәй империяһында киң билдәле Стәрлебаш мәҙрәсәһендә замандаштары «Урал-Волга буйының Физулийы» тип йөрөткән күренекле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙән белем ала. Троицк ҡалаһындағы “Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә ул, дини тәғлимәттән тыш, ғәрәп, фарсы телдәре, Көнсығыш әҙәбиәте буйынса төплө белем ала. Аҡмулланың шағирлык һәләте бик иртә уянған. Бала сағында уҡ уның үҙе уҡыған мәҙрәсә тәртиптәренән, наҙан муллаларҙан көлгән шиғырҙар сығарыуы билдәле. Ләкин улары беҙгә килеп етмәгән. Үҙенең әҫәрҙәрен ул, шағир буларак, сәсән буларак, телдән дә ижад иткән. Был йәһәттән уның ижады башҡорт һүҙ сәнғәтендә ауыҙ-тел әҙәбиәте яҙма әҙәбиәт традицияларының берләшә барыуын күрһәтеүе менән әһәмиәтле. Аҡмулланың донъяға ҡарашында әхлаҡ мәсьәләһе, эстетик, этик тәрбиә проблемалары ҙур урын алып тора. Ябай кеше тәрбиәһеҙ булһа — ярты бәлә, әгәр ҙә инде ил яҙмышын хәл итеүсе тәрбиәһеҙ булһа — ул инде бөтә халыҡ бәләһе. Шуға ла уның вәғәҙ һәм өгөт итеп яҙылған шиғырҙарында ла тәрбиә мәсьәләһе иғтибар үҙәгендә ята. «Нәсихәттәр», «Инсафлыҡ», «Аҡыл» шиғырҙары бына тап ошо темаға арналған. Тәбиғәттәге гармонияны шағир кешелек доняһында ла күрергә теләй һәм «Уяныу» шиғырында кешеләрҙе уянырға, наҙанлыҡ, ҡараңғылыҡтан ҡотолорға, ғилем-һөнәргә эйә булып, ғүмерҙе файҙалы итеп үткәрәргә саҡыра. Аҡмулланың мәғрифәтселек ҡараштары «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!», «Егетлек ҡасиәте — мәғрифәттә», «Яңғыҙлыҡта мыуафик булһа яҙың…», «Моңло егет зарык әйтер…», «Урыным — зиндан…» тигән шиғырҙарында сағылған. М. Аҡмулла үҙенең мәғрифәтселек ҡараштарын, кешенең әхлаҡ-этик сифаттарын образлы итеп асыу өсөн ҡобайыр стилен файҙалана. Уның «Аттың ниһен маҡтайһың. », «Бәхет» ҡобайырҙарында тәрән мәғәнәле философик фекер ята. Шиғри ҡобайырҙың һәр юлы мәҡәл-әйтемдәргә тартым булыуы Аҡмулла шиғриәтенең башҡорт халыҡ ижады хазиналарына ни тиклем тәрән тамырҙар ебәреп үҫеп сығыуын күрһәтә, шағирҙың ысынбарлыҡты тойомлау ҡеүәһенең, уның гражданлыҡ пафосы, халыҡтың тормош фәлсәфәһе менән ни тиклем ауаздаш булыуын раҫлауы дәлил.
Видео
Мифтахетдин Акмулла - Личность в башкирской историиСкачать
Башкирский поэт Акмулла поет свои стихиСкачать