- Стишок на башкирском языке
- Мостай Кәрим шигырьләре
- Россиянмын
- Шулай башлана яшәү
- Укытучыма
- Кич утырып кызлар чигү чигә
- Саумы, диләр гөлләр
- Язмышлардан узмышлар
- («Язмышлардан узмыш бар…» спектакленнән)
- Мәхәббәтем йөрмә адашып
- Өченче көн тоташ кар ява
- Елгалар төнен серләшә
- Юлларым сиңа бара
- Билгесез солдат
- Стихи на башкирском языке
- Сәскәләр шиңер иртәгә.
- Завянут завтра цветы
- Башҡорт теле
- Башкирский язык
- Атайымдың миҙалдары
- Медали моего отца
- Көҙ еткәс
- Наступила осень
- Стишок на башкирском языке
- Видео
Стишок на башкирском языке
Ҡараңғы төндә йондоҙ ҙа
Күренә беҙгә яҡын.
Килсе, иркәм, hөйләшәйек,
Ултыр эргәмә тағын.
______________________
Уңған бал ҡорттары
Беҙҙең бал ҡорттарыбыҙ
Бик уңған булып сыҡты.
Яландарҙан, болондарҙан
Йыялар сәскә һуты.
______________________
Олатайым бал айыра,
Дуҫ ул бал ҡорто менән.
Беҙгә лә өлөш сығара,
Тәмле бал кәрәҙенән.
Тып-тып-тып-тып,
тәпәй баҫтым,
Мин атлайым, атлайым!
Уң ҡулымдан тотҡан әсәй,
Һул ҡулымдан атайым.
Бик ҙур үҫте
Йәйен
Һыу тѳбѳндә
Йәйен.
Баҙарҙа үҫә еләк,
Урманда үҫә еләк.
Урманда үҫкән еләк
Ни ѳсѳндѳр тәмлерәк.
— Миңә дарыу бирегеҙ! – тип,
Эй аҡыра бер бәрәс
Аптекала аптырай ул,
Бер кем дарыу бирмәгәс.
Шунан матур ғына итеп,
Былай тиеп ѳндәшә:
— Дарыу бирегеҙсе, зинһар!
— Бына алсы! Һау йәшә!
Атаһы-әсәһе менән
Кәзә бәрәсе йәшәй.
Ашаған һайын әйтә ул:
— Ҙур рәхмәт, атай-әсәй!
Оҙон муйынын һуҙып,
Һѳйѳнсѳләй ата ҡаҙ:
«Урамға сығығыҙ әле,
Килде беҙгә яҙ, яҙ, яҙ!»
Бѳгѳн урамға сыҡмайым,
Урамда буран олой.
Буран олой, буран илай.
Мин дә илайым юрый.
Ѳйѳрѳлә-сѳйѳрѳлә,
Сип-сип йырлап, бер себеш,
Берәүҙең күлдәге һары,
Бигерәк матур, имеш.
Мин кишер үҫтерҙем,
Телеңде йоторлоҡ.
Тамаҡ туҡ –
Бурандар
Торһа ла ҡотороп.
Һағыҙ сәйнәй һыйырыбыҙ,
Сәйнәй-сәйнәй – туҡтамай,
Кѳтѳүгә ҡыуырға кәрәк,
Алып ҡайтһын бал да май.
Әтәс ҡысҡыра иртүк,
Кикерикүк тә кикерикүк:
«Киттек, тауыҡ ҡунаҡҡа
Күрше эте Муйнаҡҡа!»
Эсеп ала ла һѳт, сәй,
Йоҡлай ҙа йоҡлай бесәй,
Ә сысҡан күреп ҡалған,
Ҡолағын тешләп алған.
Ѳрә лә ѳрә кѳсѳк
Әллә кемгә үсегеп.
Маһ-маһ, тип тә ҡарайым,
Ѳрә һаман Аҡбайым.
Быҙау әйтә: «Мѳ-мѳ-мѳ,
Инәй, эшең бѳттѳмѳ?
Мин асыҡтым, инәйем,
Тиҙерәк һѳт имәйем».
Ҡолон йыр алған отоп,
Йырлай ғына: тып та тып,
Бейей генә тып та тып.
Булмай бер ҙә туҡтатып!
Кәзә-кәзә-кәзәкәй,
Кәзә итә сәпәкәй:
Бәләкәй генә үҙе,
Һѳҙѳп йыҡҡан үгеҙҙе.
Ҡалаға китә машина
Һѳт тултырып мискәгә
«Һѳт мискәһе» ти әсәйем,
Һѳт яратып эскәнгә.
«ТИҘ ЯРҘАМ» МАШИНАҺЫ
Ауырыған кешеләргә
Кѳнѳ-тѳнѳ ашыға.
Уны һәр кем танып тора:
«Тиҙ ярҙам» был машина.
ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮ МАШИНАҺЫ
Сиренаһын ҡысҡыртып,
Ҡыҙыл машина елә.
Ҡайҙа бәлә, ҡайҙа янғын,
Ут сыҡҡанын ул белә.
Милиция машинаһы
Елдерә сигнал биреп.
Ул бит ярҙамға ашыға
Бәлә булғанын белеп.
Автобустарҙың тѳп эше –
Кешеләрҙе йѳрѳтѳү.
Туҡталышты иғлан итеп,
Тѳшѳрѳү һәм керетеү.
Һыналған һәм сыҙамлы
Кѳслѳ машина джип –
Сүллектән дә, һаҙлыҡтан да
Үтә генә ул елеп.
Трамвай, троллейбус йѳрѳй
Электр тогы менән.
Айырма шунда: трамвай
Рельстан йѳрѳй гелән.
Кранлы машина оҡшай
Жирафтың муйынына.
Уның башы тейеп тора
Болоттар ҡуйынына.
Бүрәнәне ҡушып бәйләп,
Һал яһайҙар ағайҙар.
Ағайҙарҙан был һѳнәргә
Ѳйрәнә сос малайҙар.
Үҙе бара – эҙе юҡ.
Яуабын, йә, кем белә?
Һыу ѳҫтѳнән юлдар ярып
Пароход йѳҙѳп килә.
Ике ҡулда – ике ишкәк,
Машина руле һымаҡ.
Ишһәң – бара, ишмәһәң – юҡ,
Тик тора ул аптырап.
Барыр ереңә ашыҡһаң,
Ултыр һин самолетҡа.
Һауа юлынан осорһоң,
Сәләм биреп болотҡа.
Инкассатор машинаһы
Оҡшап тора танкка.
Ул бѳтә аҡсаны йыйып,
Алып бара банкка.
Оҙатыу
«Ҡорройҡ! Ҡорройҡ!» ҡарғаларҙы
Юлға оҙата ҡоҙғон.
Ҡара ҡарғалар хушлаша:
— Имен, тип, илем торһон!
Ала ҡарғалар йыуата:
-Һаҡҡа бында беҙ ҙә бар.
Ҡайғырмай юлға сығығыҙ,
Юҡһа яуыр тиҙҙән ҡар.
Һаҡсылар.
Мундир кейгән һалдатмы ни,
Урман ситләп шыршылар
Әйтерһең һаҡҡа теҙелгән,
Ә үҙҙәре ҡупшылар.
Ҡышҡы йоҡоға китергә
Әҙерләнә бар ағас.
Улар ҙа тыныс йоҡларҙар,
Шундай ғәскәр һаҡлағас.
Өрмә, эт!
Йә, өрмә эт юҡтан юҡҡа,
Бушҡа тауыш сығарма.
Ҡурсағымды йоҡлатам да,
Тышҡа сығам уйнарға.
Оҙаҡламай ҡыш та етер,
Урманға ла барайым.
Көҙҙөң аҫыл төҫтәренән
Нурҙар алып ҡалайым.
Дарыу
Дарыу үләне йыйырға
Барырбыҙ, ти өләсәй.
Шул үләндәр менән ҡайтҡас,
Эсербеҙ, ти, тәмле сәй.
Беләм, өләсәй шаярта:
Дарыу тәмле буламы?
Уны ҡапҡас кисә Гүзәл,
Ана нисек иланы!
Алма.
Ҡып-ҡыҙыл алма
Ағаста ана,
Куҙҙе ҡыҙҙырып
Ут кеүек яна.
Һуҙһаң, ҡул етмәй,
Бәрәм, тик төшмәй.
Ул бик бейек шул,
Алам ни эшләй?
Күрәһең алма
Яҙмаған ашҡа.
Шул саҡ нимәлер
«Шап!» минең башҡа.
Эй теге алма
Бешеп еткән бит:
-Йә мине аша!-
Тиеп төшкән бит.
Туп.
— Бер,ике, өс,дүрт!
Һикерә бейеккә туп.
Ғәлиәгә туп алғандар,
Өй эсе килә топ-топ.
Үҙе матур, зәп-зәңгәр,
Күтәрһәң тула ҡосаҡ.
Үҙе етеҙ, үҙе еңел,
Бәрһәң шар кеүек оса.
Топ-топ, топ-топ.
Ғәлиә уйната туп.
Тәгәрәп китеп юғалды,
Ҡайҙа булды минең туп?
-Туп! Туп! Туп! Туп!
Ҡайҙа әсәй минең туп?
-Өйҙә улай уйнамайҙар,
Тышҡа ҡасты, йүгер, тот!
Мәрйен.
Ҡыҙыл балан тиреп йыйҙым,
Аҡ епкә теҙеп ҡуйҙым.
Матур мәрйен килеп сыҡты,
Муйынға элеп ҡуйҙым.
Көнләшеп ҡарайҙар ҡыҙҙар:
-Ҡайҙан,-тип,-уны алдың?
-Көҙҙөң матур бүләге был,
Мин бит урманда булдым.
Беҙҙең ҡыш.
Көмөш ялан, көмөш урман,
Йем-йем килеп ҡар яуа.
Ап-аҡ юлдар, ап-аҡ ҡырҙар,
Һулап туймаҫлыҡ һауа.
Ғәлсәр ҡайын аҙым һайын,
Мамыҡ шәлле шыршылар.
Байрамғамы биҙәнгәндәр,
Бар ағастар ҡупшылар.
Ғырт-ғырт килә ҡар һуҡмаҡта,
Көрт йырып килә мышы.
Әкиәт тип уйламағыҙ,
Был беҙҙең яҡтың ҡышы!
Төҙөүселөр.
Сыбыҡ-сабыҡ йыйып ҡоштар
Ағасҡа оя ҡора.
Аптырайым, ел дә иҫә,
Улар ҡоламай, тора.
Конструктор менән иҙәнгә
Нығытып йорт төҙөйөм.
Яңылыш бер бармаҡ тейһен,
Емерелә. Юҡ өйөм!
Ә улар был оҫталыҡҡа
Ҡайҙан өйрәнде икән?
Әллә мин дә сыбыҡ менән
Төҙөп ҡарайым микән?
Шыршыҡай.
Яңы йыл әле етмәгән,
Тышта тыуа октябрь.
Ә шыршыҡай ҡупшыҡайға
Күрәһең был барыбер.
Биҙәнгән дә, төҙәнгән дә,
Хас байрамса кейенгән.
Бәрхет йәшел күлдәк кейгән,
Тубырсыҡтарын элгән.
-Ҡайҙа йыйындың шыршыҡай,
Бөгөн ниндәй йәмле һин!
-Башҡа ағастар биҙәнгән,
Мин уларҙан кәмме ни?
Ҡыҙыл миләш.
Шыршылар артына боҫоп
Күҙәтә беҙҙе миләш.
Күрмәйҙәр, тип уйлай инде,
Беҙ машинала елгәс.
Светофорҙың ҡыҙыл төҫө
Күренгән кеүек алыҫ.
Ул да балҡып янып тора,
Йәшерә алмай ылыҫ.
Витамин.
Айбулат:
-Айым, инәйек баҡсаға,
Ҡара ҡарағат бешкән.
Айым:
-Ә кемдән рөхсәт һорайбыҙ,
Ҡартәсәй эшкә киткән.
Айбулат:
—Өләсәйем асыуланмаҫ,
Ул үҙе әйтте миңә:
«Ҡарағатта витамин күп,
Ашарға кәрәк һиңә».
Айым:
-Эй Айбулат, ҡарағатта
Ҡайҙан булһын витамин?
Кәрәк булһа аптеканан
Хәҙер алып ҡайтам мин.
Мостай Кәрим шигырьләре
Россиянмын
Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Совет Ватанының улымын.
Нинди якты биеклекләренә бүген
Күтәреләм яшәү юлының!
Күңелемдә минем чуагы,
Күзләремдә — кояш нурлары,
Йөрәгемдә — мең ел тоткынлыкта
Үтеп чыккан өмет җырлары.
Җирдә ничек мин нык басып торам,
Нинди иркен алам сулышны!
Шуларның бит мин бөтенесе өчен,
Рус туганым, сиңа бурычлы!
Син тәм бирңең минес икмәгемә,
Син тат бирдең эчкән суларга.
Җир йөзендә күпме халык яши,
Туган иттең мине шуларга.
Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Россиян мин — нинди горурлык!
Ун гомерең миңа кирәк түгел,
Бер язмышым шуңа торырлык.
Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Россияның суын эчкәнмен,
Чагылларда имән ничек үссә,
Мин бу җирдә шулай үскәнмен.
Хаклымындыр, димен, үземне әгәр
Тамырларым бит дүрт гасыр элек
Мәскәү белән барып тоташкан.
Заманнар бик хәтәр мәлдә Мәскәү
Дуслык авазымны ишеткән,
Һәм рус халкы минем язмышымны
Үзе язмышына иш иткән.
Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Россиян мин — нинди горурлык!
Биш гомерең миңа кирәк түгел,
Бер язмышым шуңа торырлык.
Рус һәм башкорт юлда һәрчак юлдаш,
Табындашлар олы бәйрәмдә,
Яуда яудаш, дандаш һәм кәбердәш
Изге сугыш үткән мәйданда.
Салаватның утлы иреннәре
Пугачевны үпкән чагында,
Беләм, миңа мәхәббәтең арткан,
Рус туганым, синең каныңда.
Рус тугелмен, ләкин россиян мин,
Совет Ватанының улымын.
Нинди якты биеклекләренә бүген
Күтәреләм яшәү юлының!
Күңелемдә минем көн чуагы,
Күзләремдә — кояш нурлары,
Йөрәгемдә — мең ел тоткынлыкта
Үтеп чыккан өмет җырклары.
Җирдә ничек мин нык бачып торам,
Нинди иркен алам сулышны!
Шуларның бит мин бөтенесе өчен,
Рус туганым, сиңа бурычлы!
Син тәм бирдең минем икмәгемә,
Син тат бирдең эчкән суларга.
Җир йөзендә күпме халыкт яши,
Туган иттең мине шуларга.
Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Россиян мин — нинди горурлык!
Ун гомерең миңа кирәк түгел,
Бер язмышым шуңа торырлык.
Шулай башлана яшәү
Чыга ир бала курага,
Имгәкләп, тупса аша,
Җиргә тигәч табаннары,
Тып итеп тәпи баса.
(Тормышның гадел законын
Ул да аңлый шул килеш, —
Җирдә яшәгәндә кеше
Чыпчык баласы шикелле,
Чайкалып тора ул башта
Һәм, кечкенә күзләрен кысып,
«Төш син монда, төш җиргә.
Үлән өстендә йөгереп
Уйнап йөрербез бергә».
Эй колын! Әллә кайларга
Талпынып барыр кебек,
Алтын канатлы кошларны
Чү! Капкага килә бала,
Атлаган саен аяклар
Зур юлга китерә аны
Курадан чыккан сукмак,
Һәм кинәт җиһан чикләре
Дөньяда иң тәүге юлын
Нәкъ шулай башлый кеше.
Нәкъ шулай башлана аның
Һәм гомерлек җылы биреп,
Бирдем сине дөньяга…»
Кешеләргә начар төшләр керә…
Кешеләргә начар төшләр керә…
Имеш, җирне атом үртәгән,
Океаннарны парга әйләндергән,
Тауларны тузан итеп күтәргән.
Кешеләргә начар төшләр керә…
Хаким булган, имеш, дивана,
Ә галимнәр, дивананы хуплап:
«Акыл иясе!» –дип, куана.
Кешеләргә начар төшләр керә…
Сөю әверелә хатага,
Дус дигәне хаин булып чыга,
Ул хыянәт итә атага…
Кешеләргә яхшы төшләр керә…
Җирдә, имеш, ачу, шикләр юк,
Ил чикләре беткән, кешеләрнең
Йөрәк арасында чикләр юк.
Кешеләргә яхшы төшләр керә…
Акыл белән намус — тәхеттә,
Ә ахмаклык тере мәет булган,
Явызлык һәм ялган — ләхеттә.
Кешеләргә яхшы төшләр керә…
Бар гашыйклар бергә кавышкан,
Ул — атаны, кыз — ананы таный,
Бөтен адашканнар табышкан.
Кешеләргә төрле төшләр керә…
Сорап тормый керә –төн белән.
Начарлары төштә генә калсын,
Яхшылары булсын гел өн генә.
Укытучыма
Исемдә алтын сукмакка
Тәү аяк баскан көнем –
Тәү башлап мәктәп ишеген
Үрелеп ачкан көнем.
Син, укытучым, шундый назлап
Сүнмәслек зур дәртләр салдың
Син сөйләдең бәхетемнең
Туган илдәге халыкның
Син җитәкләп мендең мине
Алып киттең далаларга,
Син яратырга өйрәттең
Һәрбер бизәген җирнең,
Йолдызлы зәңгәр күкләрнең
Серләрен ачып бирдең.
Исемдә алтын сукмакка
Тәү аяк баскан көнем
Һәм тормышым китабының
Тәү битен ачкан көнем.
Кич утырып кызлар чигү чигә
Кич утырып кызлар чигү чигә,
Чикәннәре, беләм, бирнәлек.
Апаемны былтыр сораттылар,
«Әле яшерәк» дип бирмәдек.
Кич утырып кызлар чигү чигә,
Бизәкләргә ялгап бизәкне.
Бизәкләре җифәк җырдай агыла,
Тик җырлары өзә үзәкне.
Кичләр кабатланмый. Моңнар кайта,
Урап кайта икән бер талый.
Күпме үрләр үткәч, шул җыр тагы
Йөрәгемне өзде (телде) урталый.
Саумы, диләр гөлләр
Авылымның тугайлары аша
Ераклардан кайтып киләмен,
Чишмәләргә ятып сулар эчәм
Һәм иелеп өзәм җиләген.
Гөлләр миңа: «Саумы, саумы!» — диләр,
Алларыма хуш ис чәчәләр.
Бик сагындым, сезне, бик сагындым
Үз җиремдә үскән чәчәкләр.
Хәтерлимен шушы тугайларда
Бик, бик күптән гөлләр үскәнен;
Гашыйк булдым егет елларымда,
Тик гөлләрне үрелеп өзмәдем.
Гөлләр миңа: «Саумы, саумы!» — диләр,
Алларыма хуш ис чәчәләр.
Бик сагындым, сезне, бик сагындым
Үз җиремдә үскән чәчәкләр.
Гашыйк булдым. Ләкин мин гашыйгымны
Әйтеп бирдем гади тел белән,
Тиңләмәдем аны далалага
Гомерсез һәм матур гөл белән.
Гөлләр миңа: «Саумы, саумы!» — диләр,
Алларыма хуш ис чәчәләр.
Бик сагындым, сезне, бик сагындым
Үз җиремдә үскән чәчәкләр.
Язмышлардан узмышлар
(«Язмышлардан узмыш бар…» спектакленнән)
Йөрәкләр кушылды, ә юллар аерылды —
Уртага ярылды тормышлар.
Яртышар-яртышар калдык без — нишләрбез
Язмыштан булмаса узмышлар?
Моңсу таң атканда өзелә җаннарым, өзелә.
Хәсрәтем югала, шатлыгым югала
Бер генә карасам йөзеңә.
Дөм кара төннәрдә, йолдызлар сүнгәндә
Йөрәкне чакмалый чагырмын.
Менәрмен үрләргә, төшәрмен гүрләргә —
Язмыштан узмышлар табырбыз.
Мәхәббәтем йөрмә адашып
Дуамаллык микән, уйламаулык микән,
Өлгермәдек хәтта аңлашып?
Яшьлек урманнында, язмыш томанында,
Мәхәббәтем калды адашып.
Айдай көлә-көлә башка берәү килә,
Мин синеке диеп алдашып.
Ерак-еракларда, чит як сукмакларда,
Мәхәббәтем калды адашып.
Табышканнар гына, кавышканнар гына,
Яши былбыл кебек сайрашып.
Томаннар юк бүтән, дуамаллык үткән,
Мәхәббәтем йөрмә адашып.
Өченче көн тоташ кар ява
Өченче көн җепшек кар ява,
Өченче көн тоташ, өченче көн
Әрни минем иске бер яра.
Өченче көн тоташ кар ява.
Тимер ярчык яра төбендә.
Тимер ярчык йөри тәнемдә.
Әйтерсең» карт гөнаһ иясе
Әйләнгәләп куя кабердә.
Шуңа күрә әрни ул яра:
Өченче көн тоташ кар ява.
Икебезгә тиде берьюлы
Бер минаның ике ярчыгы.
Берсе калды сержант Фоминда,
Икенчесе — минем тәнемдә.
Карлар эрер, җылы җил иссә,
Карлар китеп барыр, яз килсә;
Бәлки үчем кимер дошманга,
Тәнемдәге тимер эресә.
Унтугыз ел әрни ул яра,
Өченче көн тоташ кар ява.
Елгалар төнен серләшә
Елгалар төнен сөйләшә
Болыт тауларга кунгач.
Йөрәкләр төнен серләшә
Нигә шулай дип елгалар
Көндез дә акмый тормый.
Төнен серләшкән йөрәкләр
Көндез дә какмый тормый.
Таң сызыла, ә елгалар
Һаман да чылтыр-чылтыр.
Күрәсең инде җиһанның
Гашыйк сәгате шулдыр.
Нигә шулай дип елгалар
Көндез дә акмый тормый.
Төнен серләшкән йөрәкләр
Көндез дә какмый тормый.
Юлларым сиңа бара
Юлларым ерак, сөеклем,
Елларым яфрактай коела,
Елларым яфрактай коела,
Тик зарланыр юк зарым.
Бик урау, урау, булсада,
Зарланырга юк зарым.
Димәк, мин әле сөям,
Шул юлдан киләм икән.
Димәк, мин әле яшимен,
Юлларымнан киләм икән.
Билгесез солдат
Һәйкәл тора. Имеш, сөйлиләр,
Бу — билгесез солдат һәйкәле.
Билгесезме шушы бакыр кеше?
Билгесезме, хәтер, әйт әле?!
Атакага күтәрелдек бергә,
Ега сукты әҗәл бер мәлне,
Вакытлыча янә терелдем мин,
Ул — мәңгелек сынга әйләнде.
Каршысында түтәл — түтәл гөлләр
Изге ялкын булып яналар,
Баш өстендә таңнан кошлар сайрый,
Эргәсендә сайрый балалар.
Ә артында аның чал бер хатын
(Ил әнисе — улдыр, мөгаен.)
Ничәмә ел инде өнсез елый,
Салкын ташка бәреп маңгаен.
Җиңү! Кояш балкый бер битеңдә,
Бер битеңдә — моңсу ай һаман.
Бер күзеңнән шатлык нуры сибелә,
Бер күзеңнән әче яшь тама…
420066, Казан, Декабристлар ур., 2нче йорт.
“ТАТМЕДИА” акционерлык җәмгыяте
+7 (843) 222-0-999 (1304)
Редакциянең электрон почтасы
Латыйпов Рәмис Нурмөхәммәт улы
«ТАТМЕДИА» АҖ филиалы «Татар-информ» мәгълүмат агентлыгының Intertat (Интертат) республика электрон газетасы редакциясе».
Материалларны тулысынча яки өлешчә куллану бары тик редакциядән язмача рөхсәт булганда гына мөмкин.
«Татмедиа» республика матбугат һәм массакүләм коммуникацияләр агентлыгы ярдәме белән чыгарыла.
Стихи на башкирском языке
Сәскәләр шиңер иртәгә.
Завянут завтра цветы
Башҡорт теле
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел-
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.
Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Башкирский язык
Я с цветочной души моего народа
Как пчела жемчуг собираю,
Собираю – и из живых жемчужин
Ароматные соты отливаю.
Поэтому я знаю ценность языка:
Ни одного языка мой язык не ниже.
Он и силён, и богат, и нежен,
Низким увидит его только низкая душа.
Язык моего народа – язык правды,
Без него нет моей страны.
Лишь тот, кто не любит свою страну, не любит свой язык,
Лишь у того, у кого нет страны, нет языка.
Мой материнский язык – красноречивый язык,
Без него нет моего народа.
У того, в чьем сердце нет своего народа,
И человеком быть права нет.
Атайымдың миҙалдары
Атайымдың миҙалдары
Күкрәгемдә сыңлай ҡай саҡ.
Шул сыңлауҙа атайымдың үҫмер сағы,
Ауыр йылдар — беҙҙең бала саҡ.
Атай беҙгә күргәндәрен һөйләй,
Ҡыйыу булған яуҙа — ул данлы.
Төштәремә һуғыш килеп керһә,
Ялҡын ҡаплай гүзәл донъяны.
Сабыйымдың бишегенә киләм
Һиҫкәнәм дә ҡара төндәрҙә.
Гүйә атайым да яу ҡырында —
Ҡайнар йәшем тама мендәргә.
Медали моего отца
Көҙ еткәс
Ағастарҙың ҡоро япраҡтары
Унда-һанда ғына ҡалдылар.
Ҡоштар осоп киткәс, яландары
Йоҡлағандай шымға талдылар.
Бына оҙаҡламай йомшаҡ ҡарҙар,
Күбәләктәй яуып, ер ҡаплар;
Яландарҙа ҡалмаҫ бер йән заты,
Ҡураларға ҡайтыр бар аттар.
Һыу өҫтәре ҡатыр күк боҙ булып,
Тыныр шишмәкәйҙәр, туңырҙар,
Йәйелеп ятҡан күк боҙ өҫтәрендә
Ирмәк итеп балалар шыуырҙар.
Наступила осень
Деревьев засохшие листья
Остались только в некоторых местах
Птицы улетев, поля
стали тихими дубто спать легли
Скоро сдесь мягкий снег,
Летя как бабочки, покроет землю;
В поле не останется ни одного животного,
Во дворы вернутся все лошади.
Поверхность воды замерзнет синим льдом,
Стихнут ручьи, замерзнут,
На постеленном синем льду
Забавно начнут кататься дети.
Стишок на башкирском языке
Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Тәпәй баҫҡан тупрағым,
Тәгәрәп үҫкән ҡырҙарым,
Һыуһынымды ҡандырған
Тәмле–татлы һыуҙарым.
Башҡортостан – баш илем,
Һиндә асылды телем.
Һинең йылы ҡосағыңда
Шатланып алам белем.
(Р.Ураҡсина)
Поле зеленое, как изумруд,
Вишни в садах белоснежно цветут,
Небо синеет от края до края,
Солнышко, словно цветок курая.
Күк Уралды,
Баш ҡаламды нурлап,
Күккә ашты мәрмәр монумент.
Ул – символы изге көрәштәрҙең,
Сал тарихтың һүнмәҫ даны бит.
Ағиҙелдең бейек яр башында
Һырғый һәйкәл күккә олғашҡан.
Бөйөк дуҫлыҡ, нығып быуат-быуат,
Йөрәктәргә килеп тоташҡан.
(Ҡ.Аралбай)
Затлы һарайҙарың ары торһон
Һин барында, Шүлгән!
Бөйөк һының көҙгөләрҙән түгел,
Ҡарай төпһөҙ күлдән,
Үҙ күлеңдән, Шүлгән!
Дөрләгәндәр уттар мәмерйәлә,
Һалынған тамғалар.
Ҡалмаған көл, йәшәй рәссам йәне:
Тамғалар һаман бар,
Мәңгелек тамғалар!
Бик бородан килгән ул сәләмде
Белербеҙ беҙ ҡасан.
Аңларбыҙ ҙа таң ҡалырбыҙ төҫлө,
Асылғандай асман.
(Й.Ильясова)
Хозур ерҙәр күптер был донъяла,
Тик Янғантау бер ул, бер генә,
Йәннәт ләззәттәрең ары торһон,
Йән дауаһы табыр был ерҙә.
Мең сырхауға шифа Ҡорғаҙағы
Һыуһындарҙы бермә ҡандырыр,
Һаташтырыр һары һандуғасы,
Ҡауыштырыр сихри таңдары.
Китһәң әгәр, иҫтәреңә төшөр
Дәрт уятыр янар ҡуҙҙары,
Аҙаштырыр әле ҡайындары,
Һаташтырыр әле ҡыҙҙары.
Етемһерәр йөрәк Янғантауһыҙ,
Йүрүҙәңдең моңло йырыһыҙ,
Һаташтырыр әле ҡайындары,
Һағындырыр әле йылыһы.
(Ҡ.Аралбай)
Башҡортостан флагында
Күк, аҡ, йәшел төҫ уйнай.
Зәңгәр күктә талпына ул,
Аҫыл ҡош ҡанатылай.
Күк төҫ – изгелек билдәһе,
Аҡ төҫ – именлек, сафлыҡ.
Йәшел – йәшәү мәңгелеге,
Татыулыҡ һәм азатлыҡ.
Ҡурай сәскәһенең тажы
Дуҫлыҡты һынландыра.
Гел татыу йәшәгән халыҡ
Ерҙә ныҡ баҫып тора.
Республикамдың флагы
Елберләп саңҡығандай:
“Имен, шат, бәхетле булып
Йәшәгеҙ бер туғандай!”
(Ә.Әсәҙуллина)
Ай, Уралым, Уралым,
Күгәреп ятҡан Уралым!
Нурға сумған тубәһе,
Күккә ашҡан Уралым!
Һине маҡтай йырҙарым,
Һине данлай йырҙарым.
Төнөн күккә ай ҡалҡһа,
Көмөштәй балҡый Уралтау,
Көндөҙ күккә көн ҡалҡһа,
Алтындай балҡый Уралтау.
Биттәреңдә, Уралтау,
Ҡамыштай ҡарағай урманың,
Итәгеңдә, Уралтау,
Балаҫтай болон-ҡырҙарың.
Күҙҙең яуын алалар
Аҡ, һары, ал сәскәләр.
Сәскәләр менән һандуғас
Тәңрегә тәсбих әйтәләр.
Ҡыҙарып ҡалҡҡан ҡояшты
Һайрап ҡаршылай ҡоштарың.
Тонйорап батҡан ҡояшты
Һайрап оҙата ҡоштарың.
Ай, Уралым, Уралым,
Һылыу ҙа һылыу Уралым!
Һүҙем бөтһә лә телемдә,
Йырым бөтмәне, Уралым!
Маҡтап ҡурай уйнаһам,
Бөтмәй ҙә торған көй булыр.
Данлап йырым йырлаһам,
Бөтмәй ҙә торған йыр булыр.
(С.Юлаев)
Эй, Салауат, һай, Салауат!
Башҡортомдоң дан улы.
Азат булһын халҡым тиеп
Кискән ул ут, даръяны.
Уҡ-ҡылысы ғына түгел,
Ҡорал булған йыр-һүҙе.
Сәсән телле Салауатты
Күтәргән халҡым үҙе.
Егет кенә сағында уҡ
Булған илдең терәге.
Һөргөндә лә халҡым тиеп
Типкән уның йөрәге.
(Н.Сәлимов)
ҠАЙЫН ЯПРАҒЫ ТУРАҺЫНДА
МӘҢГЕ БАЛҠЫ, БАШҠОРТОСТАН
1. Сабый саҡтан күкрәгемә
Тамыр йәйгән гөлгенәм.
Һулыш биргән, тормош биргән
Әсәйемдәй бергенәм.
Ҡушымта:
Башҡортостан – илгенәм,
Илгенәм, илгенәм,
Гөлдәр менән тиңгенәм.
Тамыр йәйгән гөлгенәм,
Гөлгенәм, гөлгенәм,
Башҡортостан – илгенәм.
2. Һулар һауам, йәнгә дауам,
Сыуаҡ, матур көнгенәм.
Күңелдәргә йәйғор һуҙған
Йор һәм сәсән телгенәм.
Ҡушымта:
3. Күп милләтле дәүләтем һин,
Тиңдәр менән тиңгенәм.
Ғүмер иткән, донъя көткән,
Йән ереккән ергенәм!
Ҡушымта:
Гимн кеүек йыры булған
Халҡымдың бик борондан.
“Урал” тиеп атала ул,
Илгә йырлай оло дан.
Башҡорт илен хәҙер данлай
Күркәм көйө – Гимны.
Һәр көн иртән радионан
Ишетәбеҙ гел уны.
Бар кешегә аңлашыла
Мәғ(ә)нәле Гимн теле:
Мәңге йәшә, ғәзиз халҡым,
Сәскә ат, башҡорт иле!
Бергә уҡыйбыҙ, уйнайбыҙ,
Уртаҡ тыуған илебеҙ,
Барыбыҙға ла ҡәҙерле
Беҙҙең ғәзиз еребеҙ.
Мин – башҡорт,
Мин – татар,
Мин – рус,
Мин – сыуаш,
Еребеҙҙә беҙ бәхетле
Дуҫлыҡ илендә тыуғас.
Байрамдар ҙа бергә үтә,
Йыр, шиғырҙар яңғырай,
Ҡурайсыбыҙҙы тыңлағыҙ –
Татыулыҡҡа дан йырлай.
Мин – башҡорт,
Мин – татар,
Мин – рус,
Мин – сыуаш,
Яуларбыҙ бейек үрҙәрҙе,
Беҙҙең теләк ауаздаш!
(Ф.Ғөбәйҙуллина)
Лайыҡлы булып
Үҫеп етербеҙ,
Ватаныбыҙға
Хеҙмәт итербеҙ!
Башҡортостан – башҡорт иле,
Унда ҡымыҙ бешәләр.
Сәскә атып, балға тулған
Умарталай йүкәләр.
Йәшел тирмә ҡорған бабам
Уралтауҙың үҙендә.
Ерен һөйөп, антын әйткәс –
Халҡы тора һүҙендә.
Һәр быуынға мираҫ булып
Күсә башҡорт телебеҙ.
Башҡорт ҡалаларна бай
Беҙҙең башҡорт илебеҙ.
(Л.Абдуллина)
Был тәрәнлек,
Был бейеклек хисе
Ҡурай тынынанмы таралған?
Уттан, һыуҙан Һомай ҡосағында
Ул мөхәббәт өсөн яралған!
Ул көйҙә бар мәғрур тауҙар тыны,
Көрт аҫтында сәскә һулышы,
Бөжәк безелдәүе, яҙғы елдә
Шартлап тирткән бөрө тауышы.
Бөтәһе бар унда!
Йыһан йыры
Һәр бер күҙәнәккә тулышҡан.
Башҡортостан!
Олуғ моңоң аша
Илһам алам һинең һулыштан.
Видео
Стихи на башкирском языкеСкачать
Стихотворение М. Карим "О берёзовом листке" ( на башкирском языке)Скачать
Башкирский мультфильм БАЛАЛАР Серия 1 ЦВЕТАСкачать
Стихотворение на башкирском языке, Центр "Веретено", Новозаречный, АшаСкачать