- Текст изложения по башкирскому языку для 8-9-х классов
- БДИ материалдары. Изложение. 9 класс материал для подготовки к егэ (гиа, 9 класс) на тему
- Скачать:
- Предварительный просмотр:
- КИМы по башкирскому языку (4,7 классы)
- Тексты для контрольных диктантов по башкирскому языку для 7 класса.
- Контрольно- измерительные материалы по башкирскому родному языку для 7 класса
- Видео
Текст изложения по башкирскому языку для 8-9-х классов
Был данлы мәктәп үҙенең тәүге уҡыусыларын 1944 йылда ҡабул итә. Ул ваҡытта дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы ла тамамланмаған була. Интернат-мәктәп фронтовиктарҙың һәм һуғыш инвалидтарының балаларын уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн ойошторола. Шунан һуң үткән 50 йыл эсендә бында ете меңләп уҡыусы тәрбиәләнде. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов уҡыған был интернат-мәктәптән сыҡҡан уҡыусылар араһында атаҡлы мәҙәниәт эшмәкәрҙәре лә, фән һәм әҙәбиәт хеҙмәткәрҙәре лә, башҡа бик күп ихтирам ҡаҙанған һөнәр эйәләре лә бар.
Интернат-мәктәп Республика башҡорт гимназияһы итеп үҙгәртелгәс, уның абруйы тағы ла артты. Бында конкурс нигеҙендә һайлап алынған, үҙ эшен һәм балаларҙы яратҡан, хеҙмәт һөйөүсән уҡытыусылар, балаларға ҡарата әсәләй яғымлы булған тәрбиәселәр эшләй. Гимназияға белем алырға ынтылып торған, уҡырға ныҡлы теләге булған һәләтле балалар имтихан нигеҙендә ҡабул ителә. Гимназияның төп бурысы – республикабыҙға лайыҡлы милли кадрҙар әҙерләү, ил йөҙөнә тап төшөрмәҫлек шәхестәр тәрбиәләү.
Был данлы мәктәп үҙенең тәүге уҡыусыларын 1944 йылда ҡабул итә. Ул ваҡытта дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы ла тамамланмаған була. Интернат-мәктәп фронтовиктарҙың һәм һуғыш инвалидтарының балаларын уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн ойошторола. Шунан һуң үткән 50 йыл эсендә бында ете меңләп уҡыусы тәрбиәләнде. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов уҡыған был интернат-мәктәптән сыҡҡан уҡыусылар араһында атаҡлы мәҙәниәт эшмәкәрҙәре лә, фән һәм әҙәбиәт хеҙмәткәрҙәре лә, башҡа бик күп ихтирам ҡаҙанған һөнәр эйәләре лә бар.
Интернат-мәктәп Республика башҡорт гимназияһы итеп үҙгәртелгәс, уның абруйы тағы ла артты. Бында конкурс нигеҙендә һайлап алынған, үҙ эшен һәм балаларҙы яратҡан, хеҙмәт һөйөүсән уҡытыусылар, балаларға ҡарата әсәләй яғымлы булған тәрбиәселәр эшләй. Гимназияға белем алырға ынтылып торған, уҡырға ныҡлы теләге булған һәләтле балалар имтихан нигеҙендә ҡабул ителә. Гимназияның төп бурысы – республикабыҙға лайыҡлы милли кадрҙар әҙерләү, ил йөҙөнә тап төшөрмәҫлек шәхестәр тәрбиәләү.
Был данлы мәктәп үҙенең тәүге уҡыусыларын 1944 йылда ҡабул итә. Ул ваҡытта дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы ла тамамланмаған була. Интернат-мәктәп фронтовиктарҙың һәм һуғыш инвалидтарының балаларын уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн ойошторола. Шунан һуң үткән 50 йыл эсендә бында ете меңләп уҡыусы тәрбиәләнде. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов уҡыған был интернат-мәктәптән сыҡҡан уҡыусылар араһында атаҡлы мәҙәниәт эшмәкәрҙәре лә, фән һәм әҙәбиәт хеҙмәткәрҙәре лә, башҡа бик күп ихтирам ҡаҙанған һөнәр эйәләре лә бар.
Интернат-мәктәп Республика башҡорт гимназияһы итеп үҙгәртелгәс, уның абруйы тағы ла артты. Бында конкурс нигеҙендә һайлап алынған, үҙ эшен һәм балаларҙы яратҡан, хеҙмәт һөйөүсән уҡытыусылар, балаларға ҡарата әсәләй яғымлы булған тәрбиәселәр эшләй. Гимназияға белем алырға ынтылып торған, уҡырға ныҡлы теләге булған һәләтле балалар имтихан нигеҙендә ҡабул ителә. Гимназияның төп бурысы – республикабыҙға лайыҡлы милли кадрҙар әҙерләү, ил йөҙөнә тап төшөрмәҫлек шәхестәр тәрбиәләү.
БДИ материалдары. Изложение. 9 класс
материал для подготовки к егэ (гиа, 9 класс) на тему
БДИ-ға әҙерләнеү өсөн материалдар
Скачать:
Предварительный просмотр:
Башҡорт теленән изложение текстары
2-се вариант
Айыу балаһы
Был хәл Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булды.
Ҡараңғы төн. Беҙҙең самолет Мартин ҡалаһы эргәһендәге тау өҫтөндә әйләнә. Аҫта сигнал урынына костер тоҡандырғандар. Шунда беҙгә төшөү өсөн майҙан барҙыр. Беренсе самолет экипажының командиры сирена бирҙе.
Беренсе булып самолет бортынан старшина, уның артынан – төркөмдөң комиссары, аҙаҡтан командирыбыҙ һикерҙе. Уларҙан тыш тағы һигеҙ кеше бар ине.
Был – беренсе самолет. Ә мин икенсе самолетта инем. Ергә иҫән-һау төшөүҙе теләп, бер-беребеҙҙе ҡосаҡлайбыҙ. Бына, бер-бер артлы һикереп, төн ҡараңғылығына сумабыҙ.
Был сая егеттәр өсөн дошмандың тылына төшөү яңылыҡ түгел ине. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ, Советтар Союзы территорияһында партизан отрядтарында ҡатнашып, күп кенә тәжрибә туплаған. Мин иң һуңғыбыҙ булып һикерәм.
Беҙҙе Чехославакия ерендә тымыҡ иртә ҡаршы алды. Парашюттарыбыҙҙы төрөп алдыҡ. Махсус парашюттарҙа төшөрөлгән һуғыш припастарын, дошман тылында һуғышыу өсөн партизандарға кәрәк була торған башҡа нәмәләрҙе йыйҙыҡ. Шуларҙы күтәреп, тауҙан аҡрын ғына төшәбеҙ. Түбәндә, тау итәгендә, партизан отрядының базаһы урынлашҡан.
Икенсе көндө үк ҡаты һуғыштар башланды. Фашистар, халыҡ күтәрелешен баҫтырыу өсөн, Моравиянан, Чехиянан яңы көстәр килтергән. Уларҙың һуғыш техникаһы ла, көслө, минометтары ла, уртаса ҙурлыҡтағы танкылары ла бар.
Дошман байтаҡ ҡырылды. Улар, түҙә алмайынса, ҡаса башланы. Беҙҙең һуғышсылар ҡыуа китте, ләкин мин отряд командиры билдәләгән маршрут буйынса барырға команда бирҙем.
Бына шул ваҡытта инде уң флангыла Жилина ҡалаһынан Мартинға килә торған юлдан дошмандың өс танкыһы күренде. Улар, елдереп, туп-тура беҙҙең өҫкә килә. Мартин ҡалаһын тиҙ генә алырбыҙ тип уйлағандар, күрәһең. Ләкин дошман яңылышты. Мин әле гранаталар бәйләмен әҙерләргә тип команда бирергә лә өлгөрә алмай ҡалдым – Валентин Катаев фашист танкыһына ташланды. Беҙҙең был йәш кенә батырыбыҙ фашист тигрынан көслөрәк булып сыҡты. Тик фашист офицеры, люкты асырға өлгөрөп, яна башлаған танкынан ҡулына парабеллум тотҡан килеш ырғып сыҡты ла беҙҙең Валентинға туп-тура төҙәп атты. Егет, ауыр яраланып, янып ултырған танк эргәһенә тәгәрәне. Шул ғынамы әле? Юҡ! Ана, һул флангынан уның өҫтөнә ҡарап тағы бер танк килә. Быныһы уның өсөн бигерәк тә ҙур ҡурҡыныс ине. Уның һуңғы минуттары, һис көтөргә ярамай. “Йәшәү йәки үлем”, тип уйлай ине һуғышсылар.
Ошо ҡурҡыныс минутта словак һалдаты кейемендәге йәш кенә бер һалдат, гранаталар бәйләме алып, танкыға ҡаршы үрмәләне. Бына, бына… һәм, ер тетрәп, көслө шартлау яңғыраны. Икенсе танк та туҡталды, тик словак егете үҙе лә, Валентин кеүек үк, был тигеҙ булмаған алышта ҡаты яраланғайны. Шулай ҙа ул, ҡанға батып булһа ла, үлем ҡурҡынысы аҫтында ятҡан Валентинды пулялар яуып, снарядтар шартлап торған ерҙән һөйрәп алып сыҡты.
КИМы по башкирскому языку (4,7 классы)
4 класс дәүләт теленән ҡушымталар
Ҡабатлау өсөн һорауҙар
Һеҙҙең ғаиләлә кемдәр бар?
Һеҙ ҡайҙа йәшәйһегеҙ?
Ғаиләлә кем ҡайҙа эшләй?
Һинең төп эшең нимә?
Эшҡыуарҙар хикәйәһендә ниндәй һөнәр тураһында әйтелә?
Диктор ниндәй эш башҡара?
Күсереп яҙыу өсөн текстар
Беҙ Башҡортостан тураһында кино ҡараныҡ. Республикабыҙҙың киң ҡырҙарын, ҡалын урмандарын, бейек тауҙарын күрҙек. Һыҙылып аҡҡан Ағиҙел, Ҡариҙел, Һаҡмар, Дим йылғаларына һоҡландыҡ.
Бына Өфө ҡалаһы. Уның киң урамдарында трамвайҙар, автобустар һәм троллейбустар, машиналар йөрөй. Халыҡ та бик күп. Туғыҙ һәм ун ике этажлы өйҙәр, театрҙар, музейҙар, төрлө һәйкәлдәр, фабрикалар, нефть эшкәртеү заводтары Өфөлә бик күп. Картина беҙгә бик оҡшаны.
Минең донъяла башлап күргән нәмәм, башлап тойған нәмәм – әсәйемдеү йөҙө, уның йыры.
Әсә йыры – донъялағы иң бөйөк йыр. Ҡалған башҡа йырҙар ҙа шул йырҙан башлана. Әгәр ҙә сәңгелдәк йыры булмаһа, моғайын, башҡа йырҙар ҙа булмаҫ ине. Ул ваҡытта донъялағы бәхетте лә, шатлыҡты ла кеше тулыһынса аңламаҫ ине. Ул ваҡытта донъялағы бәхетте лә. Шатлыҡты ла кеше тулыһынса аңламаҫ ине. Беҙ әсә йырын оҙаҡ йылдар үткәс тә иҫкә төшөрәбеҙ. Тормошобоҙҙоң ауыр һәм бәхетле көндәрендә лә әсәй йыры беҙҙең менән. ( Ғ. Рамазановтан.)
Декабрь – ҡыштың тәүге айы. Декабрҙә йыш ҡына ҡар яуа. Ҡаты һыуыҡтар башлана. Йәнлектәр һәм ҡоштар ҙур ҡыйынлыҡ кисерә. Мышылар мөгөҙҙәрен ташлай. Төлкөләр ҡуян эҙенән ҡыҙыралар һәм сысҡан эҙләйҙәр. Декабрҙә көндәрҙең иң ҡыҫҡа һәм төндәрҙең иң оҙон ваҡыты. (37 һүҙ).
Яҙ килә. Көндәр йылына башланы. Ҡояш йылмая. Ҡар ирей. Ул көндән-көн йоҡара бара. Ҡыйыҡтан тамсылар тама. Шулай ҙа кискә ҡарай көн һыуыта. Тамсылар ҙа таммай башлай. Иртән тағы ҡояш сығыр, матур яҙғы көн ҡабатланыр. Тиҙҙән йылы яҡтан ҡоштар ҡайтыр. (40 һүҙ).
Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы.Эргәһендә генә Ағиҙел йылғаһы аға. Уға Дим һәм Ҡариҙел йылғалары ҡушыла. Ҡаланың киңматур урамдарында трамвайҙар, автобустар һәм троллейбустар йөрөй.
Баш ҡалабыҙ йылдан-йыл матурлана һәм йәмләнә бара.
7 класс дәүләт теленән ҡушымталар
Нефтте халыҡ ҡара алтын менән сағыштыра. Был юҡҡа ғына түгел. Нефттән төрлө нәмәләр эшләнә. Бензин, кәрәсин, мазут кеүек яғыулыҡ майҙарынан тыш, унан ер ашлау өсөн химикаттар ҙа алына. Беҙҙең күлдәк, костюм, кофта һәм ойоҡбаштарға ла нефттән алынған ептәр ҡушыла.
Башҡортостандың көнбайыш һәм төньяҡ райондарында нефть ятҡылыҡтары табылды. Ҡаланың тирә-яғында нефть вышкалары һәм газ факелдары күп. Был ҡаланы, нефть һәм Кама йылғаһына арнап, Нефтекама тип атанылар. (75 һүҙ) (“Аманат” журналынан.)
Республикабыҙҙың Салауат районында Янғантау шифаханаһы урынлашҡан.
Унда ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ эҫе пар һәм газ сығып ята. Тау 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, ләкин әлегә тиклем уның сере асылғаны юҡ.
Янғантау шифаханаһында быуын ауырыуҙарын дауалайҙар. Тау янында Ҡорғаҙаҡ йылғаһы аға. Был шишмә ҡышын да туңмай. Ундағы һыуҙың температураһы йыл әйләнәһенә 16-18 градус була. Һыуы шифалы: ашҡаҙан-эсәк һәм бөйөр ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла. (66 һүҙ) (Мәктәп календарынан.)
Шәжәрә – ырыу тарихының йылъяҙмаһы. Башҡорттарҙа борон-борондан ырыу шәжәрәһен яҙыу һәм уны һаҡлау йолаһы йәшәгән. Шәжәрәгә ырыуҙың ирҙәр исеме генә индерелгән һәм уларҙы иҫтә тотоу талап ителгән. Нәҫел-ырыу тураһындағы мәғлүмәттәр ныҡлы һаҡланылған, быуындан быуынға аманат рәүешендә ҡалдырыла килгән.
Үҙеңдең шәжәрәңде белеү ғәҙәте башҡорттарҙа бик борондан һаҡланып килгән, элек 7 быуыныңды белеү ғәҙәти хәл булған. Хатта ата-бабаларын 10-12 быуынға тиклем белеүселәр бар.
Халыҡ тарихын өйрәнеүҙә шәжәрәләрҙең әһәмиәте бик ҙур. (68 һүҙ.) (Мәктәп календарынан. )
Ағиҙел – республикабыҙҙың иң ҙур йылғаһы. Урал тауы итәгенән башланып, ул Башҡортостан аша 1400 километр самаһы ер үтә һәм бик күп йылғаларҙыңһыуын үҙенә йыя. Ағиҙел буйында Белорет, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Бөрө ҡалалары теҙелгән. Колхоз, совхоз баҫыуҙары йәйелеп ята.
Ағиҙелдә иген, ағас, нефть һәм пассажирҙар тейәгән ҙур пароходтар, теплоходтарбаржалар, катерҙар йөрөй. Йылғаның аҡ тулҡындарына, бейек ҡаяларына, унда үҫкән ҡалын урмандарына, йәшел туғайҙарына һоҡланмаған кеше юҡ. Бына ниндәй ул йылғалар әсәһе Ағиҙел! (76 һүҙ.) (Башҡортостан календарынан.)
Үҙегеҙ белгән бер мәҡәл өҫтәп яҙығыҙ.
Мөнәсәбәт һүҙҙәр, ымлыҡтар ҡулланып 3 һөйләм яҙығыҙ.
Икмәк тураһында уйҙар
Беҙҙең илебеҙ икмәккә бай. Магазиндарҙа төрлө печенье, булка, бойҙай һәм арыш икмәктәре тулып ята. Икмәк – ул йәшәү көсө, бөйөк бәхет!
Ләкин игенде үҙе үҫтермәгән, аслыҡты бер ҙә күрмәгәнҡайһы берәүҙәр икмәктең ҡәҙерен белмәй. Урамдарҙа икмәк һыныҡтарын типкеләгәнде күрергә мөмкин. Шуға беҙҙең, оло быуын кешеләренең, эсе боша, күңеле әрней.
Икмәк – бөтә халыҡ байлығы.Уны ҡәҙерләргә, хөрмәтләргә, һаҡларға кәрәк! (61 һүҙ.) (А. Гиталовтан.)
Тауҙар. Ниндәй генә серҙәр, ниндәй генә легендалар ятмай икән һеҙҙең ҡуйынығыҙҙа? Ә йөрәгегеҙҙә борондан ҡалған сихри моң һайлайһығыҙ.
Миңә беҙҙең Таштау ҙа бик серле тойола. Уны икенсе төрлө ултырғыслы тау тип йөрөтәләр. Эйе, ундағы бәләкәйерәк таштар, ысынлап та, ултырғысҡа, ә ҙурыраҡтары өҫтәлгә оҡшаған. Шул таштарға ултырып, һалдаттар ял иткәндәр. Тауҙың теге яғы шундай текә, хатта атлап төшөп тә булмай, тәгәрәп түбәнләйһең. Уның ауылға ҡараған яғында бер генә ағас та юҡ, ә икенсе яғы – урманлыҡ. Әгәр Таштауҙың иң бейек урынына менһәң, бөтә тирә-яҡтағы ауылдар күренә. (“Йәншишмә” гәзитенән.)
Тексты для контрольных диктантов по башкирскому языку для 7 класса.
7 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теленән контроль эштәр
7 класта инеү контроль диктанты.
Ҡамыштар араһынан кәмә ярға килеп төртөлдө.Ғабдулла менән Айҙар сисенеп мурҙа эргәһенә ашыҡтылар.Ул тап үҙ урынында тора.Туҡта,туҡта! Мурҙа тирәһендә ҡамыштар һелкенә түгелме? Малайҙар мурҙаны күтәреп алдылар.Ниндәй тамаша был? Мурҙа эсендә эре-эре сабаҡтар,ҡыҙығанаттар,алабуғалар сәпелдәшеп ята. Ун биш-егерие баш булыр.Нисек иргәндәр улар? Бына һиңә мәрәкә!Мурҙаның ауыҙы нәҡ элек ябып киткәнсә тора. Тимәк, был эште ниндәйҙер әҙәм ҡулы эшләгән.
1941 йылдың ауыр ҡышы үтте,йәй етте,уҡыуҙар тамамланды.Мораҡ иген пунктынан Һарыҡташ элеваторына игенде ат менән ташырға ҙурыраҡ уҡыусыларҙан ылаусылар бригадаһы ойошторҙолар,ә бригаданың утәксеһе итеп уҡытыусы Сарим Сәлимов билдәләнде.
Ауылға ингәндә,ылауҙы кешеләр ҡапҡа алдына сығып ҡаршылайҙар һәм оҙаталар,ҡайһылары айран яҙып алып сыға.
Ылау төндәрен үләнле урында туҡтай,ылаусылар аттарын туғаралар, һәр кем үҙ ҡамыт-дуғаһын рәтләй,сиратлап ат көтәләр.
Юл мәшәҡәттәре байтаҡ,шулай ҙа ул малайҙарға бик оҡшаны,сөнки уларҙың бындай оҙон юлға күмәкләп сыҡҡандары юҡ ине.
Боҙватҡыс бик ҡеүәтле. Боҙҙоң ҡалынлығы ике-ике ярым метр булған урындарҙа ул сәғәтенә 3-4 километр, ә боҙһоҙ урындарҙа 34 километр тиҙлек менән йөрөй ала.
Караптың буйы 134 метр, иң киң урыны 27, 6 метр. Унда 500-ләп электор моторы эшләй.
Уның көсө сит ил боҙватҡыстарына ҡарағанда ике-өс тапҡырға артығыраҡ. Яғыулыҡ запасы ла бер йылға етәрлек. Боҙватҡыстың энергетик базаһы йөҙәр мең кешеле бер нисә ҡаланы элетор көсө менән тәьми итә алыр ине.
Боҙватҡыста хеҙмәт итеүсе кешеләр өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған.Унда телефон станцияһы һәм радиостанйия эшләй.Бына ниндәй ул атом боҙватҡысы!
Ауылдан тимер юлына тиклем араны ваҡ ҡыуаҡлыҡ ҡаплап тора. Ошо ҡыуаҡлыҡҡа һәр ваҡыт уҡыусылар уйнар өсөн киләләр ине.
Бер көн Харис ҡыуаҡлыҡ аша тимер юлына сыҡты.Рельс өҙөлгән дә баһа!
Гәзит шәп яна,ялҡын ҡулды бешерә.Бына гәзит янып та бөттө. Ул Харистың күлдәгенә ҡапты,ләкин ул уны һүндермәне.Ул поезд хаҡында ғына уйланы.
Поезд туҡтаған ваҡытта Харис иҫенән яҙғайны.
Кешенең эске һәм тышҡы матурлығы була.Әммә уның ниг сәләмәтлек ята.Шуға ла йәштән үк гигиена талаптарын теүәл үтәргә кәрәк.
Битеңде генә түгел,муйынынды ла,ҡолаҡтаҙы ла һабынлап йыуырға оноторға ярамай.Мәктәптән ҡайтып,урамда уйнап кергәс,ҡулдарҙы һабынлап йыйырға кәрәк.Был кешенең тәрбиәлелеген күрһәтә.
Тештәр тураһында айырым әйтергә мөмкин. Тештәрҙе иртәле-кисле һәм ашағандан һуң паста йәки порошок менән ентекләп таҙартырға кәрәк.
Тештәргә ҡыҫылып ҡалған аҙыҡ микробтар өсөн бик уңайлы,һәм улар бик тиҙ үрсеп китәләр.
Контрольно- измерительные материалы по башкирскому родному языку для 7 класса
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте
Әрем бөтә ерҙә үҫә.Һөрөп ҡалдырылған ерҙә,туғайҙа,көтөүлектәрҙә,хатта иген баҫыуында ла әремде осратып була. Беҙҙең Урал алды һәм Урал аръяғы ерҙәрен әремһеҙ күҙ алдына килтеерүе лә ҡыйын. Әрем күп йыллыҡ, бейек булып үҫә торған үлән. Тамыры ағастыҡы кеүек йыуан, шуға әрем көслө елгә лә бирешмәй. Сәскәләре бик бәләкәй,хатта лупа аша ҡарағанда ла насар күренә. Был үҫемлектең япраҡтары,сәскәләре үтә әсе була. (73 Һүҙ)
Беҙҙең өй артында муйыл ағастары бар. Ағайым уларҙы үҙе бәләкәй сағында ултыртҡан. Хәҙер улар ҙурайған, яҙ һайын ап-аҡ сәскә ата. Көҙ көнө ҡап-ҡара емеш бирәләр.
Мине муйылдың сәскәһе лә, емеше лә ҡыҙыҡһындырмай, ә иртә таңда уның ботаҡтарында ҡунып һайраған һандуғастар ҡыҙыҡһындыра, күңелде үҙенә тарта.
Һеҙҙең һандуғас тауышы ишеткәнегеҙ бармы? Ниндәй өҙөп йырлай ул! Ниндәй матур сутылдай! Кистән башлай, таңға тиклем туҡтамай һайрай. Мин уларҙы оҙаҡ тыңлайым. Ҡайһы саҡта юрамал ҡурҡытҡан булам, ләкин улар минән ҡурыҡмайҙар. Аҙ ғына туҡтап торған булалар ҙа, икенсе ботаҡҡа күсәләр һәм тағы ла матурыраҡ һайрай башлайҙар.
Өйҙән сыҡҡандан алып байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Һаман тауға күтәреләм. Оҙаҡ ҡына йәнлек эҙҙәрен ҡарап торам. Эҙҙәр бик күп. Бына төлкө эҙе. Күп нөктәләр кеүек теҙелеп киткән. Уны яҡшы беләм. Алыҫта тумыртҡа туҡылдаған тауыш ишетелә. Урман шомло һәм серле.
Бына өҫтө ҡар менән ҡапланған ҙур түңгәк. Ул башына аҡ кәпәс кейгән айыу һымаҡ булып күренә. Арыраҡ йығылған йыуан ҡарағай ята. Уның эргәһендә генә тамыры менән ҡуптарылған, икенсе бер ағасҡа терәрлеп торған ҡайын ағасы. Ситтән хәлдән тайып һөйәлеп торған кешене хәтерләтә.
Бик борон булған, ти, был хәл. Инйәр буйының данлыҡлы бер батыры булған. Бер үҙе бихисап ғәскәргә ҡаршы тора алған ул.
Бер ваҡыт көнтыуыштан Урал аша артылып, бик ҙур яу килгән. Ул юлында осраған халыҡтарҙы, ырыуҙарҙы иҙеп-тапап, байлығын талап килә икән.
Был батыр, ғәскәр туплап, яуға ҡаршы сыҡҡан. Һуғыш бик ҡаты булған. Дошман яғы сыҙамаған, боролоп ҡасҡан. Ошо һуғышта батыр ныҡ яраланған була. Күп тә үтмәй, ул йән бирә. Батырҙы хөрмәтләп, тауҙың иң бейек түбәһенә күмәләр. Дошман ҡалдырып ҡасҡан мал-тыуарҙы ырыуҙарға ҡайтарып биргәнгәндәр. Батыр ерләнгән тау изге тауға әйләнгән. Аҙаҡ батырҙың үҙен Изгейән тип, ә ул ерләнгән тауҙы Изгетау тип атағандар.
Ҡурай, ҡымыҙ һымаҡ, башҡорт балы- башҡорт халҡының илгә, милләткә ҡот, дан-шөһрәт килтергән тылсымы.
. Төрлө-төрлө баллы үҫемлектәрҙең сәскә һуттарынан йыйылған һәм һәммәһенең ҡөҙрәтен туплаған бал ифрат та шифалы һәм ҡиммәтле. Әйтәйек, яҙғы балда сәскәләнгән үгәй инә үләне, бәпембә,тал, ҡарағат, саған кеүек егерменән ашыу үҫемлектең һуты һәм һеркәһе бар. Йәйге балда- йүкә, миләш, ҡайын еләге, ҡурай еләге, мәтрүшкә, алтын ҡөҙрәте. Уларҙың күбеһе- дарыу үләне. Ошо үҫемлектәрҙән йыйылған ҡатнаш бал мөғжизәле дауалау үҙенсәлектәренә эйә.
Бал-мәңгелек һәм ныҡлыҡ ҡиммәте эталоны.
VI — X класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемд ә рен, белеүҙәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау нормалары
Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.
Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.
Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.
Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай :
1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;
2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;
3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;
4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).
Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.
Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә :
1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;
2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;
3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;
4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.
Диктант бер генә билдә менән баһалана.
«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,
«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.
«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.
«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.
Ә гәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.
Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:
«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,
«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,
«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,
«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.