Укытыусыма инша на башкирском языке
Кто же нам всегда поможет
И нас всех всегда поддержит,
Кто за всех всегда горой,
Как будто ты ему родной?
Добрый наш учитель!
А задиру не предаст.
К шалунам найдет подход.
Уму-разуму всех учит
За проступки строго судит?
Строгий наш учитель!
Кто так ласково, с любовью
Открывает всем нам дверь,
Дверь не только нашей школы,
Дверь в большой, чудесный мир!
Первый мой учитель!
Мухаметгалина Алсу Бурзянский рн д Набиево
Мин Йәмле Йылайыр районы Йомағужа Урта мәктәбенең 8 класында белем алам.Беҙҙең мәктәп шундай матур,яҡты,ике ҡатлы.Тирә-яҡҡа балҡып, йылы бөркөп ултырғандай.Сөнк ул бары асыҡ төҫтәргә буялған.Иркен,яҡты бүлмәләр,тырыш, матур уҡыусылар,беҙҙең өсөн янып- көйөп торған уҡытыусылар.Үҙебеҙ ултыртҡан шау сәскәле баҡсаһын әйтеп тораһы ла юҡ!Мәктәбемдә бөтә уҡытыусылар ҙа һәр кешегә өлгө булырлыҡтар, белемгә,алға,үргә өндәйҙәр.Береһен дә айырып әйтерлек түгел.Ә шулайҙа һеҙгә үҙемдең уҡытыусым тураһында һөйләп үткем килә.Ул минең класс етәксем,Иҫәнбаева Мөнирә Марат ҡыҙы. Шундай яғымлы,мөләйем,изге күңелле кеше.Уны ыҫпай,иғтибарлы булғаны өсөн дә класташтарым да, атай- әсәйҙәребеҙҙә ихтирам итә.Һәр бер уҡыусыһын үҙ балаһындай күреп күңел йылыһын өләшә,әгәрҙә хаталанһаң шунда уҡ йылы һүҙҙәр табып йыуата ла белә.Алсаҡ та ул,ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләп көлдөрөп ала.
Мөнирә Марат ҡыҙы тағы ла биш бала әсәһе.Ғаиләһендә бик яҡшы әсәй ул.Өлкән ҡыҙҙары-Нәзифә( студентка)мәктәпте алтын миҙалға тамамлап Санкт- Питербургта уҡыһа,Фатима менан Камила Йомағужа Урта мәктәбендә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшәләр.Мораҙым менән Латифа әле бәләкәйҙәр әле.
Шундай уҡытыусының класында уҡығаным өсөн мин бик шатмын.Уға алдағы тормошонда уңыштар,һаулыҡ,ғаилә бәхете теләйем.
(Фәнилә Ҡадаева,Йомағужа Урта мәктәбе уҡыусыһы)
Әгәр скульптор булһам, уҡытыусыларҙың һәр береһенә аҡ мәрмәрҙән һәйкәл ҡуйыр инем. Юҡ, был ғына әҙ кеүек тойола, сөнки остаз эшенән дә ауырырағы юҡтыр ул. Әсәйем уҡытыусы булғас, быны бәләкәй генә сағымдан аңлап үҫәм. Төн йоҡламай дәрескә пландар яҙыу, аҙналыҡтар, асыҡ дәрестәр үткәреүгә әҙерләнеү, дәфтәр тикшереү, бихисап китап уҡыу.. Бының менән генә бөтмәй әле уның бурыстары. Уҡытыусыға иң яуаплы эш йөкмәтелгән: үҙе уҡытҡан фәнгә һөйөү уятып, балаларҙы белем тауына етәкләп мендереү һәм оло тормошҡа аяҡ баҫтырыу.
Минең уҡытыусым конкурсына.
Укытыусыма инша на башкирском языке
Уҡытыусы булыу был тормошта
Бирелмәгәндер ул һәр кемгә,
Энә менән ҡойо ҡаҙған кеүек
Һәр көн өйрәтә ул белемгә.
Үҙе белгән асҡыс менән асып
Бала күңеленә керә ул,
Сабырлыҡ һәм түҙемлектәр менән
Төрлө фәндән белем бирә ул.
Уҡыусы балалар үҫеп етеп
Уңыштары булһа тормошта,
Иң ҙур бәхет уҡытыусы өсөн
Үҙе һайлап алған яҙмышта.
Уҡытыусыма
Мәктәптә кем һуң ҡаршылай
Йәйеп беҙгә киң ҡоласын?
Әйтерһең, ул ҡошсоҡтарын
Ҡурсалаусы бер ыласын?
Унан бер ҙә күҙ яҙҙырмай,
Күҙәтеп бар хәрәкәтен,
Һәр бала башлайҙыр шулай
Ҙур донъяға сәйәхәтен.
Кем етәкләй, артта ҡалһаң,
Йылмайып һуҙа ҡулдарын?
Беҙ тоябыҙ һәр ваҡыт та
Ҡыйын саҡтарҙа ул барын.
Өйрәтә һан-хәрефтәрҙе,
Серле асҡыс – шунда ул, ти.
Тырышлыҡ та, ныҡышлыҡ та
Иң кәрәге юлда ул, ти.
Уҡытыусым,
Балҡытыусым
Дүрт тарафҡа яҡты юлды,
Мин тойоп барамын һаман
Маҡсатыма алып барған
Һинең наҙлы, көслө ҡулды.
Гөлназ Ҡотоева.
Ҡағыҙ яҙам.
(Уҡытыусы зары))))
Ҡағыҙ яҙам тау-тау итеп,
Эшем күп, түгел ябай,
Еңелерәк яҙыр инем –
Балалар ҡамасаулай!
Балалар менән эшләргә
Теләк бар ҙа – юҡ ваҡыт,
Бер туҡтауһыҙ ҡағыҙ яһап
Бөттөк бит инде ялҡып!
Тағы нимә яҙҙырырға
Нисек уйлап табалар?
Беҙ яҙайыҡ, үҙ алдына
Йөрөп торһон балалар…
19.10.2015.
Фирүзә Абдуллина.
Райля Назаргулова
ШАТ БАЛАЛАР КИЛӘ
УРАМ БУЙЛАП
Урам буйлап килә шат балалар,
Ҡулдарында сәскә бәйләме.
Киләсәккә өмөт һәм ышаныс,
Уларҙы гел алға әйҙәне.
Тулҡынланыу сыҡҡан йөҙҙәренә,
Осҡонланып яна күҙҙәре.
Ғорур баҫып алға атлай улар,
Гөл-сәскәләр кеүек үҙҙәре.
Белем илдәренә сәйәхәткә,
Сыҡҡан улар, мәктәп – корабль.
Уҡытыусы – уның капитаны,
Маҡсат ҡуйып, алға ҡарай гел.
Эссе » Мин- Уҡытыусы»
Ер йөҙөндәге иң ҡатмарлы, иң серле затҡа –
кешегә аң-белем, тәрбиә бирә белеү –
үҙе бер талант, тәбиғәт биргән ҡөҙрәт.
Бөйөк рус яҙыусыһы Л. Н. Толстой “ Яҡшы уҡытыусы ғүмере буйына педагогик аҡылға үҙенең уҡыусылары менән өйрәнә”- тип әйткән. Был һүҙҙәрҙә тәрән мәғәнә ята ята. Йылдар үткән һайын мин быға нығыраҡ инанам. Уҡытыусы ғүмере буйына уйлана, эҙләнә, ҡамиллаша. Минең уйымса, уҡытыусы иң башта балаларға яҡын килеп, тормошҡа уҡыусыларының күҙе менән ҡарарға тейеш. Бары тик шул рухи берҙәмлек аша ғына балаларҙың ышанысын, ихтирамын яулап алырға мөмкин.
Ә бына Сократ уҡытыусыны ямғыр тамсыһы менән сағыштырған. Ысынлап та, ямғыр тамсыһы бар тереклеккә йән өрә, энергия бирә, үҫергә ярҙам итә. Укытыусы ла шул ямғыр тамсыһылай һәр уҡыусының потенциалын аса, белем орлоҡтарын һалып, уның мөмкинселектәрен асырға ярҙам итә, тормошта дөрөҫ үҫеш, йүнәлеш күрһәтә. Ә инде бөйөк мәғрифәтсе М. Өмөтбаев әйткәнсә “ бала күңеле аҡ ҡағыҙ, ни яҙһаң шул ҡала, бала зиһене- лакмус, ни һөйләһәләр, шул һеңә”. Беҙ уҡытыусылар шушы аҡ ҡағыҙға бары тик матурлыҡ, изгелек,мәрхәмәтлелек орлоҡтарын сәсергә, заман талаптарына яуап биргән, һәр яҡтан ҡамил булған, фекер йөрөтә алған, һәләтле шәхес итеп тәрбиәләргә тейешбеҙ.
Күренекле ғалим- педагог Я. Каменский: Аҙ белгән кеше бик аҙ өйрәтә ала”, тигән. Эйе, уҡытыусы һәр ваҡыт үҙ өҫтөндә эшләргә, белемен ҡамиллаштырырға, үҙенеңэше менән янып- көйөп йәшәргә тейеш. Тормош алға бара. Беҙ егерме беренсе быуат вәҡилдәре. Йәмғиәт һәм мәктәп тормошонда ла бик күп үҙгәрештәр бара. Яңы инновацион технологиялар, компьютер, интернет селтәре, матбуғат саралары һәм башҡалар.Уҡытыусы барыһын да ҡуллана белергә һәм заман менән бергә атларға тейеш. Бары тик шул осраҡта ғына һин уҡыусылар алдында үҙ дәрәжәңде юғалтмаясаҡһың, уларҙа үҙеңә,предметыңа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята аласаҡһың. Мин дә үҙ эшемдә яңы алымдар ҡулланам, дәрестәремә һәр уҡыусым ашҡынып килһен өсөн туҡтауһыҙ эҙләнәм, уҡыусы менән уҡытыусы араһында ижади хеҙмәттәшлек тыуҙырырға тырышам, ә иң мөһиме- һәр уҡыусыны шәхес итеп ҡабул итәм. Әлбиттә, эшемдә ауырлыҡтар ҙа бар. Ҡала мөхитендә үҫкән балаларға башҡорт телен бөтә тәрәнлеге менән еткереүе бик ҡатлаулы. Арада ҡайбер уҡысыларҙың: “ Киләсәктә миңә был тел кәрәк булмаясаҡ бит”,- тигән һүҙҙәре айырыуса йәнде телә. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа, был маңҡортлоҡҡа сик ҡуйырға тейешбеҙ.
Башҡорт телен уҡытыуҙа осраған проблеманы сисеү өсөн төрлө методтар, формаларҙы ҡулланам.
Мин һөнәр һайлауымда яңылышмағанымды йылдар уҙған һайын нығыраҡ аңлайым. Уҡытыусы булыу – ул минең булмышым, яҙмышым. Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ бәләкәй генә ағас үҫентеһен ултыртаһығыҙ. Бер нисә тиҫтә йылдан ошо урында мәғрур, киң тармаҡлы ағас үҫеп сығасаҡ. Барыһы ла уға ҡарап һоҡланасаҡтар һәм һәр береһе ирекһеҙҙән ағасты ултыртыусыны хөрмәт менән иҫкә аласаҡ. Был изге эш кешелек доньяһының булмышына хас булһа, Уҡытыусы исемен йөрөтөүсе бөйөк һөнәр эйәһе иңенә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Ана шул мәғрур ағастарҙың шаулап үҫеүе беҙҙән тора. Уҡытыусы, бөтә көсөн биреп, бөтә яҡшылыҡты уҡыусыларының күңеленә һеңдерергә тырыша: ерҙе, тормошто аңларға, уны яратырға өйрәтә. Уның ижад емеше яҙ сәсеп көҙ урып торған ғына түгел, ә йылдар аша билдәләнә.
Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһының роле бик ҙур. Сөнки беҙ әҙәбиәт ғилеме менән берлектә балаларҙа кешелек һәм әҙәплелек сифаттары тәрбиәләйбеҙ. Иң мөһиме – балаларҙы яратыу, уларға күңел йылыһын бирә белеү.
Инде бына нисә йыл һәр көн иртән мәктәп тупһаһын атлап керәм. Бынан күп йылдар элек беренсе уҡытыусым мине ҡаршы алған кеүек, йылмайып инде үҙемдең уҡыусыларымды ҡаршы алам:
Укытыусыма инша на башкирском языке
Минең әсәйем – Айытбаева Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы. Ул 1983 йылдың 15 декабрендә Байназар ауылында донъяға килгән. Ғаиләһендә улар ике ҡыҙ һәм бер малай үҫәләр. Өләсәйем менән олатайым ике ҡыҙын да уҡытыусы һөнәренә уҡытҡан. Әсәйем туғыҙынсы кластан һуң Сибай педагогия колледжында уҡый. 2004 йылда уҡып бөткәс, тәүге хеҙмәт юлын Ҡурғашлы ауылы мәктәбендә башлай. 15 йыл әсәйем уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалып арымай-талмай эшен дауам итә. Бөгөнгө көндә ул Байназар урта мәктәбендә инглиз теленән балаларға белем бирә. Шулай уҡ мәктәптә психолог һөнәрен дә алып бара. 9 класс уҡыусыларының класс етәксеһе лә.
Әсәйем бик ныҡ гөл-сәскәләр үҫтерергә ярата. Өйөбөҙҙөң һәр бер өҫтәлендә, кәштәһендә гөл үҫеп ултыра. Бер буш урын булһа, күп кенә ваҡыт та үтмәй, унда ла гөл килеп ултырыуы мөмкин. Сөнки әсәйем ныҡ гөлдәр ярата, өйөбөҙҙөң эсе йәмлерәк, матурыраҡ булһын, ти ул.
Әсәйем шулай уҡ йыр-моң тыңларға һәм йырларға ярата. Уның яратҡан ғына йырсылары ла бар. Фәиз Юмалин һәм Таһир Әсәҙуллиндарҙың йырҙарын айырыуса күп тыңлай. Мин дә уның кеүек йәш башҡорт йырсыларының йырҙарын тыңлайым.
Спорт та әсәйемдең яратҡан өлкәһе. Мәктәп йылдарынан алып ул волейбол, еңел атлетика менән яҡындан дуҫ тип әйтә алам. Бөгөн дә мәктәптә, районда үткәрелгән төрлө ярыштарҙа ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.
Ҡустым менән икебеҙгә дәрес әҙерләүҙә әсәйем бик ярҙам итә. Кис ултырып күмәкләшеп әҙәби китаптар уҡыйбыҙ, төрлө гәзит-журналдарҙа сыҡҡан кроссвордтарҙы сисергә лә ваҡыт табабыҙ. Мин үҙ башҡорт телем менән бер рәттән инглиз телен дә ныҡлы үҙләштерергә тырышам. Бында ла әсәйемдең өлөшө ныҡ ҙур, тип уйлайым. Ул миңә ваҡыт табып, сит телде үҙләштерергә ярҙам итә.
Мин шул тиклем бәхетлемен, сөнки әсәйем миңә был донъяла ғүмер биргән. Әсәй эргәлә булһа, шул хәтлем рәхәт.
Дуҫтар, әсәйҙәрҙе хөрмәт итәйек һәм уларға ярҙамға әҙер торайыҡ.
Бала күңелдәре һәр саҡ
Әсәйҙәр йөрәгендә.
Ә әсәйҙәр һәр саҡ булһын
Балалар ғүмерендә.
***
Егәрле минең әсәйем,
Өлгөрә бөтә эшкә.
Алтын ҡулдары менән
Тәмле аштар бешерә.
Иң сибәре, иң һылыуы,
Ул бит минең әсәйем.
Ғаиләмдә кәңәш биреүсе
Ул бит минең әсәйем.
Өйөбөҙҙөң нуры булып,
Оҙаҡ йәшә, әсәйем.
Һиңә Урал тауҙарындай
Ныҡлы һаулыҡ теләйем.
Инша «М. Акмулла»
«Республикамды данлайым» иншалар конкрусына инша. Яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа, аңға, белемгә әйҙәүсе мөғәллимгә арналған.
Скачать:
Предварительный просмотр:
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
городского округа город Уфа
“Пою мою республику!”
Ученица: 8б класса Хамматова Радмила
Руководитель: Нигматуллина Алия Ахатовна
учитель башкирского языка и литературы
Өфө ҡалаһы ҡала округының
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Инша: “Мифтәхетдин Аҡмулла ”
Уҡыусы: 8б класс уҡыусыһы Хамматова Радмила
Уҡытыусы: Насирова Әлиә Әхәт ҡыҙы
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Аҡмулла- 19-сы быуат башҡорт әҙәбиәтендә иң билдәле мәғрифәтсе шағырҙарҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта яҡтылыҡҡа, яңылыҡҡа ынтылыусы мөғәллим сифатында ла ул ғәйәт яҡты эҙ ҡалдырған. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ халыҡтарының мәғариф тарихында уның исеме туған телдә уҡытыуҙы ғәмәлдә хәл итүсе эшмәкәр булараҡ та әһәмиәтле урын алған.
Аҡулла тик башҡорт ерлегендә генә күтәрәлеп сыҡҡан шағир түгел. Башҡорттар араһында башҡортса шиғыр, ҡобайыр әйткән, ҡаҙаҡтар араһында өләң сығарған. Башҡорттар уны сәсән теле шағир итеп һанаған, ҡаҙаҡтар аҡын итеп таныған. Аҡмулланың “башҡорттарым!” тип өндәшәүе лә, «ҡаҙағым!» тиеүе лә берҙәй тәбиғи яңғырай.
Аҡмулланың шиғриәте бик күп яҡлы. Уның бай йөкмәткеле, тәрән мәғәнәле булыуҙары менән айырылып тора. Күп ер-һыу кисеп, күп кешеләр күреп, уның донъяла барған хәлдәргә ҡарата үҙ ҡарашы формалаша. Аҡмулла ни тураһында ғына яҙмаһын, уның төп иғтибары һәр саҡ әхлаҡ, ғилем, мәҙәниәт мәсьәләләренә ҡайтып ҡала.
Уның шиғриәтенең тағы бер үҙенсәлекле яғы шунда: шағир боронғо сәсәндәрҙән килгән традиция-халыҡҡа туранан- тура поэтик мөрәжәғәтте, йәғни шиғри хитап алымын, киң ҡуллана. Яу килгәндә, илдә афәт ҡупҡанда халаҡҡа мөрәжәғәт иткән сәсәндәр һымаҡ, үҙ яугирҙарын ирек, азатлыҡ өсөн көрәшкә өндәгән Салауат шикелле, халыҡтың яҙмышын, киләсәген хәл итер көсөргәнешле ваҡығалар эсендә ҡайнап, Аҡмулла, яҡтылыҡҡа,хөр тормошҡа саҡырып, хитаптар иткән. Шуларҙың иң-иң күренеклеләренең береһе-«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» әҫәре.
Ошо шиғырында Аҡмулланың мәғрифәтселек ҡараштары сағылған- ул уҡырға, белем алырға саҡыра:
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк!»
Аҡмулла үҙенең әҫәрҙәрендә кешене яҡшылыҡ өлгөһендә тәрбиә итеүҙе, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләрен алғы планға ҡуя. Яҡшы холоҡ, әҙәплек, аҡыллылыҡ ҡына кешене итә, һәйбәт, бәхетле йәшәүгә илтә ала, тип иҫәпләй ул.
Аҡмулла аҡыллы, Аҡмулла һабаҡтары беҙҙең өсөн, беренсенән, башҡорт шиғриәтенең бүтән халыҡтарҙы ла таң ҡалдырырлыҡ юғары ҡаҙанашы, классик өлгөһе булһа, икенсенән, ул-беҙҙең милли мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө, ысын мәғәнәһендә тормош һабағы, әҙәм балаларының яралы күңеленә йыуаныс һәм тыяныс.
Аҡмулла шиғырҙарында ваҡиғалар үҫтерелеше лә ирекле йә иһә бөтөнләй юҡ. Күпселек осраҡтарҙа уның шиғырҙарында һәр бер айырым строфа сағыштырмаса үҙ аллы мәғәнә йөрөтә, уларҙың берәүһе йәки бер нисә строфа төшөп ҡалғанда ла, әҫәрҙең дөйөм структураһына, бөтөнлөгөнә зыян килмәй.
Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр
Юҡтыр унда әүлиәлек, кәраматтәр.
Әҫәрҙең пафосы көслө художестволы һүрәтләү саралары ярҙамында төҙөлә. Шиғыр эпитеттарға бай: «аңғыра айыу», «ҙур афәттәр». Сағыштырыуҙар ҙа бар: «аңғыра айыуҙан урмандағы ҡурҡҡандай» һәм метафоры «Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам, тиһәң». Автор халыҡ тормошонда яҡтылыҡҡа, донъяуи үҫешкә өлгәшеү өсөн белемдең, ғилем-һөнәр хәл иткә көсөн шиғырҙың шундай юлдпрында асып бирә:
“Белемлек- арыҫландан көслө батыр,
Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай».
Шулай итеп, Аҡмулла- үҙе бер поэтик мәктәп барлыҡҡа килдергән шағир. Һәр юлы, һәр строфаһы үҙе бер мәҡәл, афоризм булып яңғырарлыҡ шиғри гәүһәрҙәре менән, Көнсығыш классикаһы, халыҡтың быуаттар төпкөлөнән килгән гүзәл поэтик традицияларынан һутланып үҫеп сыҡҡан ҡабатланмаҫ ижады менән ул башҡорт әғәбиәте тарихында иң лайыҡлы урындарҙың береһен алып торорлоҡ поэтик һәйкәл ҡалдырҙы.
Аҡмулла исеме быуаттар дауамында халыҡ хәтерендә һаҡлана һәм һаҡланасаҡ. 1911-1916 йылдарҙа Ырымбур губернаһы Троицк ҡалаһында шағир исеме менән «Аҡмулла» сатирик журналы сыға. 1981 йылда шағирҙың тыуған ерендә, Миәкә районының Туҡһанбай ауылында, Аҡмулланың музейы асыла. 1989 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре өсөн Аҡмулла исемендәге премия булдырыла. Уның лауреаттары:Р. Шәкүр, Ә. Вилданов, В. Ҡунаҡфин, Р. Солтангәрәева, Р. Сәхәүетдинова, Ғ. Шафиҡов, З. Исмәғилев, һ. б. 2006 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетына Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә.
Аҡмулла шиғырҙары бөгөнгө көндә лә халҡыбыҙҙы яңылыҡҡа ынтылырға, белем үрҙәрен яуларға өндәй. Был, әлбиттә, шағир ижадының бөйөклөгө тураһында һөйләй.